Новости
17 Апрель 2020, 05:00

ДАҒАҺЫ ЯТЫП ҠАЛҒАН

Ғаиләләге ике баланың береһе холҡо менән оптимист, икенсеһе пессимист була. Атаһы менән әсәһе Яңы йылға уларҙың икеһенең дә күңелен күрерлек бүләк әҙерләй – шыршы янына пессимист өсөн уйынсыҡ ат, оптимист балаға иһә даға ҡуялар. Малайҙар иртән тора, бүләктәрҙе күрә…

Пессимист:
– Эй-й, ат, үҙе бәләкәй, мин ҙурыраҡты теләгәйнем... үҙе көрән төҫтә, миңә буҙ ат оҡшай… үҙе ағас икән, ә миңә тере ат кәрәк ине-е...
Оптимист:
– Ә минеке тере! Тик елдереп сығып ҡасҡан! Бына, дағаһы ятып ҡалған.
Артур Василов һүрәте.
Читайте нас