Новости
17 Апрель 2020, 06:00

БАҠЫР СЫМДАН ҮРҘЕМ БИҘӘҮЕС

Гөлшат Ҡунафина Өфө ҡалаһында йәшәүсе Земфира Усманова хисапсы булып эшләп ялға сыҡҡан. Баҡыр сымдан үрелгән биҙәүесте бынан биш йыл элек күреп ҡала.

«Мәскәүҙә йәрминкәлә ошондай алҡалар һатып алғас, уларҙы ҡабатларға маташтым. Хәҙер инде биҙәүестәрҙе үҙем уйлап табып, күңелемә ятҡанса башҡарам, тәбиғи таштар ҡулланам. Бының өсөн күп өйрәнергә тура килде», – ти ул.
Баҡыр, көмөш һәм алтын сымдан биҙәүестәрҙе беҙҙең эраға тиклем үк Боронғо Мысырҙа эшләгәндәр. Вире врап (wire wrap) техникаһында башҡарылған биҙәүестәр бөгөн дә гүзәл затты ҡыуандыра.
Читайте нас