Новости
16 Апрель 2020, 05:05

АВТОМОБИЛЕМДЕ ҒАИЛӘ АҒЗАҺЫ КЕҮЕК ҠАБУЛ ИТӘМ…

Филүзә ӘхмәтоваКөсһөҙ зат тиһәләр ҙә, ҡатын-ҡыҙ үҙенең сабырлығы, өлгөрлөгө һәм тәүәккәллеге менән көслө. Ысынлап та, хәҙерге заманда башҡаса булыуы ла мөмкин түгелдер. Сөнки ул бер үк ваҡытта ғаилә усағын һаҡлаусы ла, балаларын яҡлаусы ла, тормош иптәшен илһамландырыусы ла, нескә күңелле гүзәл зат та булып ҡалырға тейеш.

Рубрикабыҙҙың сираттағы геройы – Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры актрисаһы, күптәргә “Ай ҡыҙы” сериалы аша таныш булған өс ҡыҙ әсәһе Эльмира САМАТОВА тап шундайҙарҙан. Һылыулығы һәм нәзәкәтлелеге менән һәр кемде әсир итерлек был ханым ниндәй “арғымаҡ”ты ауыҙлыҡлаған икән?
Читайте нас