Көндәрҙе планлаштырып йәшәүҙең һөҙөмтәләре ҙур. Уңышлы кешеләр биш йыллыҡ пландарын алдан яҙып ҡуя. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә өйрәнәйек. Әммә әлегә бер йылға ғына күҙаллау һөҙөмтәлерәк булыр.
Тәүҙә үҙеңдең ниндәй сифаттарға эйә булырға теләүеңде асыҡларға кәрәк. Мәҫәлән, һәр кем дә рәхмәтле, камиллыҡҡа ынтылыусан, бар нәмәлә лә ҡулдан килгәнен эшләп, Хоҙайға таянған, позитив фекерләгән, эшһөйәр, дисциплиналы, яңы белем- үрҙәргә артылған, башҡалар менән матур, ышаныслы мөнәсәбәттәр ҡора белгән кеше була ала.
Баштан уҡ үҙеңә аныҡ ҡына маҡсаттар ҡуйырға кәрәк. Шәхес рухи яҡтан да, физик яҡтан да, интеллектуаль йәһәттән дә, финанс яғынан да үҫешергә тейеш.
РУХИ ЯҠТАН ҮҪЕҮ
Мәҫәлән, үҙ-үҙеңде табыу һәм мөмкинлектәреңде тормошҡа ашырыу. Бының өсөн күп уҡырға, тәжрибәле, ҡыҙыҡлы, уңышлы кешеләр менән аралашырға кәрәк. Маҡсатҡа өлгәшер өсөн, уға көн һайын биш минут булһа ла ваҡыт бүлеү мөһим.
Һәр кис үткән көнгә анализ яһап, иртәгәһе көндө тағы ла емешлерәк үткәреү өсөн тәртибеңдә, уйҙарыңда, мөнәсәбәттәреңдә нимәне үҙгәртеү хаҡында уйланыу файҙаға ғына.
Кешеләргә иғтибарлыраҡ, яғымлыраҡ булыу.
Көн һайын биш кешегә бәләкәй генә булһа ла изгелек эшләү, туған-тыумасаларҙың исемлеген төҙөү һәм аҙна һайын берәүһенә шылтыратып, хәлен белеү, ҡыҫҡа хәбәр ебәреү, ҡотлау һ. б. бүтәндәргә генә түгел, үҙеңә лә ҡыуаныс өҫтәр.
Бөтә нәмәнең дә яҡшы яҡтарын күрергә өйрәнеү.
Айына психология буйынса бер позитив китап уҡыу, ундағы кәңәштәрҙе яҙып алыу һәм ҡулланыу. Ғөмүмән, тормоштоң ҡара яҡтарын яҡтыртмаған, йәшәүгә дәрт, көс биргән әҙәбиәт уҡыу, фильмдар ҡарау. Театр, музейҙарға йөрөү, саңғы, конькиҙа шыуыу ҙа ауыр уйҙарға тарып, кемделер әрләп, бошоноп ултырыуҙан аралар.
ИНТЕЛЛЕКТ
Инглиз телендә һөйләшергә өйрәнеү.
Тел үҙләштереү курстарына яҙылыу, көн һайын практика менән шөғөлләнеү (яңы һүҙҙәр ятлау, кем менәндер аралашыу), берәй илгә барып, урындағы халыҡ менән аралашыу.
Үҙ һөнәрең буйынса яңы технологияларҙы ҡулланырға өйрәнеү.
Интернеттан видекурстар ҡарау, тәжрибәле белгестәргә мөрәжәғәт итеү.
Китап яҙыу.
Үҙең белгән һәм ҡыҙыҡһындырған темаға көн дә өс-биш бит яҙырға ваҡыт бүлеү.
ФИЗИК ҮҪЕШ
Бының өсөн көн һайын ярты сәғәт булһа ла физик күнегеүҙәргә ваҡыт бүлеү, ваҡытында тип файҙалы ризыҡтарҙы ғына ашау, юҡ-барға көйәләнмәү.
Конькиҙа шыуырға өйрәнеү.
Ял һайын боҙға сығыу, катоктарҙың тотонғосо булғанын һайлау, конькиҙа яҡшы йөрөгән дуҫыңдан өйрәтеүен үтенеү, был темаға Интернеттан видеороликтар ҡарау һ. б.
МАТДИ ЯҠТАН НЫҒЫНЫУ
Айына йөҙ мең килем алыу.
Эшеңде мөмкин тиклем күберәк ойошмаларға тәҡдим итеү, белем кимәлеңде, аралашыу даирәңде арттырыу, яңы мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмау.
Яҡынса ошондай тәртиптә үҙеңдең төп маҡсаттарыңды һәм уларға өлгәшеү юлдарын, ысулдарын билдәләп, күп кенә аҙым алға китергә мөмкин. Үрҙәге план миҫал булараҡ ҡына күрһәтелде.
хөрмәтле уҡыусылар, әйҙәгеҙ, һәр кем үҙенең үҫеш планын яҙып, беҙҙең редакцияға ебәрһен. Бәлки, һеҙҙеке икенсе төрлөрәк тәртиптәлер. иң ҡыҙыҡлыһы журналда баҫылып сығасаҡ.https://shonkar.rbsmi.ru/articles/u-yshly-bulyu-ser-re/-r-minutyby-erle/