− Егет кеше, юҡҡа ғына инәһегеҙ, эшкә алмаҫ ул һеҙҙе, − тип, Мараттың күңеленә шом һалды. Әрмелә командирҙары үҙен гел маҡтап ҡына телгә алған егеткә был бик сәйер тойолдо.
− Ә ниңә директорығыҙ мине эшкә алмаҫ тип уйлайһығыҙ? – тип, Марат күҙҙәрен ҡыҙға төбәне.
− Уның холҡон беләм мин. Һеҙ бик тәртипле, тыйнаҡ күренәһегеҙ, ә замана хәҙер әрһеҙҙәрҙеке.
“Һеҙҙә тәртипһеҙ, әҙәпһеҙҙәрҙе генә эшкә алалармы ни?” – тип һорарға уйлағайны Марат, шул ваҡытта директор ишегенән үҙе өндәште:
− Кем бар унда, инегеҙ.
Марат бүлмәгә ингәндән һуң, директор уға ентекләп ҡарап торҙо.
− Бында тәүәккәлләп килгәс, документтарығыҙ, дипломығыҙ тәртиптәлер инде? – тип һораны ул.
Марат документтарын өҫтәлгә ҡуйҙы.
− Яҡшы. Тимәк, беҙгә эшкә урынлашырға булдығыҙ? Әммә алдан уҡ иҫкәртеп ҡуям, беҙҙә эш бик яуаплы, етдилек талап итә. Эшселәр яңы килгәндәргә ҡарата бик талапсан, − тине директор.
− Минең хыялым шундай эштә, шундай кешеләр менән эшләү, − тине Марат.
Директор, күҙлеген һалып, өҫтәлгә ҡуйғандан һуң:
– Хәҙер минең һорауҙарға ҡыҫҡаса яуап бирергә тура килер, беҙҙең коллективта эшләү-эшләмәүең дөрөҫ яуап биреүеңдән тора, − тине.
− Тәмәке тартаһыңмы?
− Юҡ, еҫен дә яратмайым.
− Шахмат, шашка, домино уйнайһыңмы?
− Юҡ, ҡыҙыҡ тапмайым.
− Транспортта өлкәндәргә урын бирәһеңме?
− Әлбиттә, өлкәндәрҙе хөрмәт итәм.
− Градуслы эсемлектәрҙе яратаһыңмы?
− Юҡ, байрамдарҙа ғына минераль һыу эсәм.
− Әллә берәй ауырыуың бармы?
− Юҡ, мин спорт менән шөғөлләнәм.
− Был һинең холҡоңдо белеү өсөн бирелгән һорауҙар булды. Азарт уйындар уйнамайһың, тәмәке тартмайһың, араҡы эсмәйһең, өлкәндәргә ихтирамлы – һин идеаль хеҙмәткәр. Тик заман талаптарына тура килмәйһең. Беҙҙең завод коллективы һине аңлап еткермәҫ, үҙ итмәҫ, үҙеңә лә ауыр булыр. Бер йылдан һуң килерһең, бәлки, заман һәм кешеләр үҙгәрер, − тине директор.
Марат директор бүлмәһенән тиҙерәк сығып китеү яғын ҡараны. Ҡылансыҡ сәркәтип:
− Нимә, егет, юлың уңманы, ахыры, кәйефең насар күренә, − тине, мыҫҡыллы ҡараш ташлап. – Эшкә алмаясаҡ, тип әйткәйнем бит, уға заманса кешеләр кәрәк. Хәҙер аҡыл кәрәкмәй, әрһеҙлек кәрәк.
Дилфәр ХӘСӘНОВ.