Новости
13 Апрель 2020, 06:37

"Йәшәгәндә башҡорт халҡы, Һин уҡылырға тейеш!"

Шағир, журналист, тәржемәсе Дамир Шәрәфетдиновтың арабыҙҙан китеүенә 40 көн дә уҙып китте... Уның хаҡында мәҡәлә яҙып ултырам. Ә бөгөн башҡорт матбуғатының фиҙакәр хеҙмәтсеһе булған ҡәләмдәшемдең шиғырҙарын ҡарап ултырғанда, “Башҡортостан” гәзитенә арналғанына барып юлыҡтым. Уны бер ҙә уҡығаным юҡ ине. Үҙе лә: “Был шиғырҙы яҙған һәм ҡабул итеп алған кеше генә белә, баҫманың юбилей кисәһендә уҡылманы”, – тип яҙып ҡуйған. Рәхим итеп уҡығыҙ, хөрмәтле дуҫтар!

“Башҡортостан”гәзитенең 100 йәшенә
Быуат ғүмер – сал тарих ул,
Онотола күп нәмә...
Иң шәп хәтер юйғанды ла
Һаҡлай ҡағыҙ төпләмә.
Ә бер ваҡыт шулай булыр:
Үткәс тағы йөҙ йыллап,
Нисәнселер быуын улым
Табыр, архивтан юллап:
“Башҡортостан”, – тиеп уҡыр, –
Ҡара, һаҡлана, имеш!..”
Йәшәгәндә башҡорт халҡы,
Һин уҡылырға тейеш!
Май айында Дамирға 55 йәш тулған булыр ине. Ошо юбилейына ул етә алманы, әммә лирик шиғриәте, журналистикаһы, тәржемә эштәре өсөн ике генә түгел, һәр береһенә берәр “бишле” ҡуйырға була! Ул башҡорт әҙәбиәтен, телен һәр төр хеҙмәтендә пропагандаланы. Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде, һәм ошо уңайҙан уның менән бергә ниәтләгән эштәр ҙә бар ине. Дамир Мөлкаман улы һәр яҙмаһы менән башҡорт халҡы мәнфәғәтенә хеҙмәт итте.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Y-sh-g-nd-bash-ort-hal-i--in-u-ilir-a-teyesh-214578/
Фото шәхси архивтан.
Автор: Лариса Абдуллина
Читайте нас