Башланғыс белемде үҙ ауылым мәктәбендә, урта белемде Мулдаҡай ауылында алдым. Тырышып уҡыным, инша, шиғыр яҙыу, ятлау буйынса һәр саҡ призлы урындар яуланым. Спорт менән дә бик дуҫмын.
Мин үҙемде донъяға ғашиҡ ҡыҙ тип һанайым, һәр атҡан таңға ҡыуанам йылдың һәр миҙгелен яратам. Тәбиғәт балаһымын, әле ҡалала йәшәһәм дә тыуған ауылыма ҡайтып, йәшәргә дәрт, илһам алып киләм.
Буш ваҡытымда бәйләү, сигеү кеүек эштәре менән мауығам, төрлө тәмлекәстәр бешерергә яратам, китаптар ҙа уҡыйым. Яратҡан китаптарым: Эрих Мария Рҽмарк "Три товарища", Таңсулпан Ғарипованың "Бөйрәкәй" романы.
Хәҙерге ваҡытта мине бигерәк тел мәсьәләһе борсой. Халҡыбыҙға "Ғәзиз телебеҙҙе һаҡлайыҡ, рухыбыҙға саң ҡундырмайыҡ" тип әйткем килә.
Киләсәктә башҡорт телен, мәҙәниәтен күтәрерҙәй шәхес булырға хыял итәм. Күгебеҙҙең тыныс, аяҙ, халҡымдың бәхетле булыуын, ғәзиз республикамдың сәскә атыуын теләйем.https://shonkar.rbsmi.ru/articles/sho-ar-ylyu-ayy/ta-sulpan-osha-ova/