Новости
13 Апрель 2020, 06:36

Муллыҡ та талаштыра икән...

Ғәҙәттә, юҡлыҡ талаштыра, тиҙәр. Баҡтиһәң, мул аҡса ла ҡайһы ваҡыт айырылышыуға сәбәпсе була икән. Осраҡлы танышып, һөйләшеп киткән ханымдың яҙмышы бер аҙ аптырауға һалды...

"Буласаҡ ирем менән юғары уҡыу йортонда белем алғанда таныштыҡ, - тип бәйән итте ул. - Мөхәббәт тарихыбыҙ беренсе курста уҡ башланды. Бер-береңде яратһаң, ҡайҙа, нисек йәшәүең, хатта тиндәрҙе иҫәпләп көн итһәң дә, мөһим түгел бит ул.

Уҡып бөтөп, бергәләп донъя ҡорҙоҡ, һөнәри йәһәттән үҫештек. Ирем үҙ эшендә шәп белгес булып китте. Мин үҙемдекендә һынатманым. Яйлап фатир алдыҡ, машина. Аҡса тип иҫебеҙ китмәне, ул нигеҙҙә низағлашҡанды хәтерләмәйем дә.

Ирем алдан уҡ өйҙә үҙен баш итеп ҡуйҙы. Мин быға ҡаршылашманым. Аҡса яғынан бар йыйған-тапҡаныбыҙ уртаҡ булды. Әммә ваҡыт үтә торҙо, заманалар үҙгәрҙе, бер саҡ минең хеҙмәт хаҡым күпкә юғары була башланы. Һәм ошо мәлдән ғаиләбеҙҙә үҙгәреш һиҙелде. Күберәк аҡса алыуым иремдең мин-минлегенә ныҡ тейҙе. Һөҙөмтәлә ул, үҙен өҫтөнөрәк ҡуйыу өсөн тип әйтәйемме, холҡон төрлө яҡлап күрһәтә башланы.

Уйламаған бүләктәр ала, кредитҡа инеп, машинаһын яңыртты. Ҡыҫҡаһы, ҡулынан күп нәмә килгәнлеген минең алда иҫбатларға тырышты. Өҫтәмә эштәр алып, төндәр буйы юғала, күберәк аҡса өсөн хатта мутлашыуға барып етте. Ошолай үҙ-үҙен эстән ашауы эҙһеҙ үтмәне, әлбиттә. Ирем тиҙ ҡыҙыусан, асыулы кешегә әйләнде. Бергә йәшәү ныҡ ауырлашты.

Әммә мин яратҡан эшемдән китергә йыйынманым, кешенең холҡон барыбер үҙгәртә алмам тип уйланым, һөҙөмтәлә айырылышып ҡуйҙыҡ...

Ни эшләп күп ирҙәр ҡатынының юғарыраҡ эш хаҡы алыуын күтәрә алмай икән? Ошо һорау тынғы бирмәй, йәнемде өйкәй..."
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Миләүшә Сайтакова
  • https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Mulli-ta-talashtira-ik-n-215093/
  • Читайте нас