Новости
11 Апрель 2020, 19:55

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда раҫланған короновирус осрағы тағы 26 кешегә артҡан

Дөйөм алғанда, әле республикала 66 кешенең ауырыуы билдәле. Был күрһәткестәр бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән брифинта иғлан ителде. 231 пациент вирусҡа шик аҫтына алынған, уларҙың 11-е балалар. Әле улар стационар күҙәтеүҙә.

Коронавирус ауырыуын үткәреп, һауығып сығыусылар 7 кеше. Улар ҙа йәшәгән урыны буйынса табип күҙәтеүендә тип билдәләне Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Брифингта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев та сығыш яһаны. Ул тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең юғары әҙерлек тәртибендәге эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Ҡала һәм райондарҙа йәмәғәт урындарын, подъездарҙы дезинфекциялау барышы менән таныштырҙы.
Фото: bashinform
Читайте нас