Мәсетле районының Теләш ауылында билдәһеҙ водитель ошонда йәшәгән 46 йәшлек кешене тапата ла ваҡиға урынынан ҡаса. Йәйәүле шунда уҡ йән бирә.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене тиҙ асыҡлай. Ошо уҡ ауылда йәшәгән 35 йәшлек ир иҫерек килеш "Chevrolet Lanos" автомобилендә магазинға араҡы алырға йүнәлгән була һәм...
Шул уҡ көндә Мәләүез районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында ла кеше ғүмере ҡыйыла. Нордовка ауылынан 31 йәшлек кеше «ВАЗ-2106» автомобиле менән идара итеп, тағылмалы йөк машинаһына барып бәрелә. Һөҙөмтәлә ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар ярҙам итә алмай: ир йән бирә.
Юл-транспорт фажиғәләренең сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ber-k-nd--ike-lem-214994/
Фото: Башҡортостан буйынса ЮХХДИ.