Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
11 Апрель 2020, 15:47
Заман геройҙары улар!
Республиканың ҡайһы бер кафе-ресторандары әлеге ауыр мәлдә табиптарға ярҙам ҡулы һуҙырға ҡарар итте. Үҙенсәлекле флешмобты башҡалар ҙа күтәреп алһын әйҙә!
Өфөләге “РадостьЕсть” кафе-ашханаһы селтәрендә ҡыҙыу эш бара, ҡаптарға аш-һыу һалынған пакеттар ашығыс тултырыла. Төшкө ашты табиптарға йәһәтләтеү өсөн тырыша хеҙмәткәрҙәр.
"Йәштәргә, балаларыбыҙға кем өлгө күрһәтергә тейеш? Беҙҙең үҙенсәлекле флешмобты башҡалар ҙа күтәреп алыр тип өмөтләнәбеҙ", - ти селтәр етәкселәре Ренат Хилажев, Рауил һәм Линар Ғәбделмәновтар.
Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының карантинға ябылғанын ишеткәс, кафе-ашхана селтәре етәкселәре медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итергә ашыҡты.”Телефондарын табып, баш табипҡа сыҡтыҡ, 560 хеҙмәткәрҙең карантинда булыуын белдек. Улар беҙҙең ярҙамды ҡабул итергә риза”, - ти улар.
Эпидемияны бары күмәк көс менән генә еңә аласаҡбыҙ. Ә егетлектәре өсөн егеттәребеҙгә ҙур рәхмәт!
Фото: Bash.News һәм кафе-ашхана селтәре сайтынан.
#ВремяГероев
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Zaman-geroy-ari-ular-208351/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"