Новости
11 Апрель 2020, 15:33

Сикләү бөтөрөлдө

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 13 апрелдән республика биләмәһендә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу буйынса өҫтәмә сикләүҙәрҙе бөтөрөү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Улар төбәктә 1 апрелдән ғәмәлдә булғайны.

Алкоголде ваҡлап һатыу, шул иҫәптән йәмәғәт туҡланыуы урындарында хеҙмәттәр күрһәтеү “Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголь һәм составында спирт булған продукция етештереү һәм һатыу өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголь продукцияһы ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында”ғы республика законына ярашлы ойоштороласаҡ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Sikl--b-t-r-ld-214070/
Фото: glavarb.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас