Ҡырмыҫҡалы районының Ҡыйышҡы ауылы кешеһе өйөнән сығып китеп ғәйеп булғайны. Яҡындары Илшатты эҙләп табыуҙа ярҙам һорап башта – полицияға, аҙаҡ ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткәйне.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эҙләүҙә булған ир үле килеш табылған. “Лиза Алерт” эҙләү отряды ирекмәндәре мәғлүмәттәрендә ҡарағанда, уны һуңғы тапҡыр Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡыйышҡы ауылында күргәндәр. Ирҙең яҡындарының ҙур ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Nim-gen-buldi-u--Ilshat-213952/