“Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путинға, Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа һәм Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосоповҡа.
Пенсионерҙар һәм үҙемдең исемдән дәүләт етәкселәренә ошондай еңел булмаған ваҡытта сабыр, фиҙакәр хеҙмәттәре һәм беҙҙең хаҡта хәстәрлектәре өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Уларҙың беренсе һүҙҙәре шул булды: “Кемдең йәше 65-тән үткән, өйҙә ултырығыҙ. Һеҙ беҙгә бик кәрәк”.
Был һүҙҙәр күңелемдә тәрән хистәр уятты һәм өҫтәмә дәрт, көс, киләсәккә ышаныс өҫтәне.
Илдең иҡтисады тотороҡһоҙ саҡта, күп проблемаларҙы хәл итеү өсөн бихисап аҡса тотонолған ваҡытта беҙҙең башлыҡтар өлкән быуынға ҡарата улдарса, туғандарса хәстәрлек күрһәтте. Беҙ үҙебеҙҙе онотолған, кәрәкмәгән тип хис итмәһен өсөн өҫтәмә саралар ҡабул ителә, күп көс түгелә.
2020 йылдың 9 Майын - Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын - ҡаршылар алдынан бурыстар һәм мәшәҡәттәр иҫәпһеҙ-һанһыҙ булһа ла, илебеҙ “коронавирус” тигән ауырлыҡты еңер тигән ышаныс менән йәшәйбеҙ.
Әлеге етәкселәр менән беҙ бар ауырлыҡтарҙы ла еңәсәкбеҙ. Беренсегә түгел! Күп быуатлыҡ дуҫлыҡта йәшәгән, йөҙҙәрсә милләттән торған халҡыбыҙ менән бергә ныҡ торасаҡбыҙ!
Рәхмәт, Владимир Владимирович, Радий Фәрит улы һәм Риф Сәғәҙәтулла улы! Һеҙгә оҙон ғүмер, һаулыҡ, бәхет, мөхәббәт насип итһен!
Иң ихлас теләктәр менән Дүртөйлө ҡалаһында йәшәгән Рәсәйҙең атҡаҙанған филологы, “Тулҡын” әҙәби ижад берекмәһе етәксеһе, Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы Зилә Хәкимйән ҡыҙы Мөхәмәтова, 74 йәшлек пенсионер”.