Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылы янынан борғоланып аҡҡан Һаҡмар йылғаһында быйыл боҙ китеү күҙәтелмәгән тиһәң дә була. Вәзәмдәр (халыҡ телендә ауыл – Вәзәм) һөйләүенсә, ҡыш йылы тороу сәбәпле, боҙ йоҡа булған, шуға күрә лә ул тиҙ генә ирегән.
"Йәйгеһен Һаҡмарҙа рәхәтләнеп һыу инәбеҙ, балыҡ тотабыҙ, ҡош-ҡорт үрсетеү өсөн дә отошло. Быйыл йылғабыҙ әллә ни ташманы, шулай ҙа бик шомло аға", - ти танышым күңелһеҙ генә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡасандыр хатта боҙ тығылыу осраҡтары ла теркәлгән, һыуҙың ныҡ күтәрелеп, күперҙе саҡ ағыҙып алып китмәгән саҡтары ла булған. Ә хәҙер...