Новости
11 Апрель 2020, 15:40

"Иҫке күперебеҙ емерелә генә күрмәһен"

Башҡортостан аша үткән ел-дауыл эҙемтәһен Бѳрйән районының Иҫке Монасип ауылы халҡы ла үҙҙәрендә тойған – ауылды ҙур тормош менән тоташтырған күпер зыян күргән.

Был хәл тураһында "Бәйләнештә" социаль селтәрендә Динара Ҡотлобаева хәбәр иткән.

“Үткән төндәге ел-дауыл беҙгә лә зыян килтермәй ҡалманы. Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылының билдәле аҫмалы күпере, көслө елгә сайҡалып, аҫҡы бурсаларҙы тотоп торған тимере 14 урындан өҙөлөп, сафтан сыҡты. Был күпер беҙҙең ауылды Ағиҙел йылғаһы аша оло донъя менән тоташтырып торған берҙән-бер сара ине.


Ейәнсура яғынан ошонда килен булып төшкән саҡта, кеше йөрөмәле тар ғына аҫмалы күпер аша машина менән сығырға тура килгәс, күҙҙәремде сытырҙатып йомоп, доғалар уҡый-уҡый, сайҡала-сайҡала үткәнем хәтерҙә. Был ауылда йәшәгәнемә лә ун йыл булып киткән. Өйрәндем, күндем, хатта күңелгә яҡын, ҡәҙерлегә әйләнде был күпер. Бына әле емерелгәйне, беҙҙең өсөн йәшәйеш туҡталғандай булды, йөрәкте хәүеф солғаны. Ике көн буйы ҡамалып ултырҙыҡ. Карантинына түҙербеҙ ҙә, тик тышҡы донъя менән бәйләнеш кенә өҙөлә күрмәһен.


Әлдә ауылдаштарыбыҙ дөйөм эшкә дәррәү тотоноусан. Ваҡыттарын, көсөн, эш ҡоралдарын йәлләмәй, күперҙе яңыртып, ямап та ҡуйҙылар. Юҡҡа ғына, берҙәмлектә көс, тимәгәндәр бит.


Эйе, күперҙең берәй ваҡыт яңыһы, еллеһе булыр әле, тик ошо иҫкеһе, үҙебеҙҙеке, өйрәнелгәне емерелә генә күрмәһен", - тип яҙҙы Динара Ҡотлобаева.

https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/I-ke-k-perebe-emerel-gen-k-rm-en-211713/

Фото: "Бәйләнештә".

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас