Хәҙер иһә, йылдар бейеклегенән, үҙем дә ул йәште күптән үтеп киткәнгә, аңлайым: йәш тә, дыуамал да һәм был донъяға мәңгегә килдем тип йәшәгән заттарҙан булған ул Мәрйәм...
...Йылдар үтә, хәтирәләр тоноҡлана, ҡайһы бер кешеләр бөтөнләй онотола. Тик Мәрйәм түгел. Ике тиҫтә йыл самаһы күргәнем булмаһа ла, иманым камил: ниндәй генә тарафтарҙа йөрөмәһен, үҙ артынан эҙ ҡалдыра, иҫтә уйылып ҡала торған ҡатын. Булмышы шундай: һәр ғәмәлдән дә тиҙ ялҡа торған зат. Тынғыһыҙ гәзит эшен белмәй түгел, белә, әммә уны яратып, теләп башҡармай, дөрөҫөрәге, тотороҡло хеҙмәт хаҡы түләнгән өсөн генә йөрөргә мәжбүр. Ә күңеле! Яңынан-яңы тарафтарға ынтыла, мажара эҙләй, тик уға һөҙөмтә түгел, хәрәкәт мөһим. Хәйер, ҡәҙимге хеҙмәткәрҙәр сәйер ғәҙәттәрен бик үк үҙһенеп бөтмәһә лә, уға ташлама яһарға күнеккән: был "йүнһеҙ"ҙән башҡа нимә көтәһең инде? "Йүнһеҙлеге” иһә шунда: ул классик ғаилә ҡанундарына ярашлы ир-ат менән генә түгел, үҙ балаһы менән дә мөнәсәбәттәр төҙөй алмай, ҡәҙимге көндәлек мәшәҡәттәр ҙә Мәрйәм өсөн - буш нәмә.
"Мотивация” тигән заман шауҡымын ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын, шуға ярашлы Мәрйәм йыш ҡына: "Мин - йондоҙ!" - тип ҡабатларға ярата. Әммә "йондоҙлоғон”, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эргәһендә берәү ҙә күрмәй, һәр кемдең үҙ мәшәҡәте. Мәрйәмдең туҡтауһыҙ сутырлауын йәшерәктәр өндәшмәй генә тыңлаһа, олораҡтар үҙ-ара "тьфу, бушҡыуыҡ!” тиеүҙән тартынмай. Хәйер, башта уҡ әйтеүемсә, ошо бәләкәй генә редакциялағы ҡағыҙ араһына сумған башҡа хеҙмәткәрҙәр араһынан Мәрйәм айырылып тора, уға иғтибар итмәү мөмкин түгел. Коридор буйлап ”тыҡ-тыҡ” баҫып атлағанынан танып тораһың. Кабинеттың ишеген ҙур итеп асып, ”бына мин — күрәһегеҙме!” тигән ҡиәфәт менән балҡып килеп инер ҙә төймәләй хәбәрен дөйәләй итеп еткерергә ашығыр, араһында яңғыратып көлөп ебәрер, бүлмәне ”зыр” итеп орсоҡтай әйләнеп сығыр. Олоно — оло, кесене кесе тип белгән зат түгел, оялыу, уңайһыҙланыу хисе бөтөнләй ят. Берәү ҙә уға асыуланмай, бәхәсләшергә уйҙарында ла юҡ. Өндәшмәй генә тыңлайҙар, әммә Мәрйәм сығып киткәс, бер-береһенә мәғәнәле ҡараш ташлайҙар, шунан, ҡәҙимгесә, күҙлектәрен танау осона элеп, маңлайҙарын йыйырып, ҡағыҙ араһына сумалар. Әйтмәһәң дә, аңлашылып тора: Мәрйәмдә эш ҡайғыһы юҡ, уға ауыл фермаһында ремонт яһалыу-яһалмауы, фәлән ауылдың фәлән һауынсыһы күпме һөт һауғаны, бәғзе ауылда күпер төҙөлөүе барыбер (район гәзите, белеүебеҙсә, күберәк ошо темаларҙы яҡтырта). Уны иҫ киткес яңылыҡтар, ил кимәлендәге асыштар көткәндә, эштә ултырыу гонаһ түгелме ни?! Ошондай тулҡындарҙа йәшәгән кешене ни эшләтәһең? Берәү ҙә яуап таба алмай ине.
''Донъяла лайыҡлы ирҙәр юҡ. Улар - ишәк, быҙау (кәйефенә ҡарап, маймыл, дөйә һәм башҡа заттан булыуы ихтимал). Һәр хәлдә, шундайҙарын ғына күргәнем бар”, — тип фәлсәфә һатырға ярата Мәрйәм. Бәхәсләшеүсе юҡ, әммә халыҡҡа мәғлүм: ”йондоҙ” дүртенсе тиҫтәне ваҡлағанда өсөнсө ире менән көн итә. ”Көн итә” тигәнебеҙ ҙә шартлы: уныһы күптән инде Себер тарафтарын ҡыҙыра, йылына бер-ике тапҡыр ”һөйөклөһө” янына ҡайтып урай. Мәрйәм — ирекле ҡош, дәртле ҡатын, кистәрен үҙенән күпкә йәш һөйәре менән уҙғара (һөйәренең иһә ҡатыны һәм бәләкәй балаһы булыуы уның иғтибарына бөтөнләй ”лайыҡ түгел”). Әллә ҡасан донъя ҡуйған тәүге иренән бер бөртөк ҡыҙы бар - күңелле студент йылдарында тыуып, ятаҡта тәүге тәрбиә алған бала Мәрйәм өсөн һау тәнгә сыҡҡан шешек төҫлө. Үҙемә килгәндә, ул баланы күргәнем булманы, иллә-мәгәр әсәһе уның тураһында бик ихлас бәйән итергә ярата ине: ”Кейәүгә сығам тиһә, башы-тояғы менән иртәгә үк тоттороп ебәрер инем, баш бәләһенән ҡотолормон, исмаһам. Уҡырға ла, эшләргә лә теләге юҡ - маҡсатһыҙ бала. Ә егеттәр артынан сабырға белә! Ир ҡараһын, әйҙә, улайһа!” ”Бәй, һин бит ҡыҙыңды ҡайҙалыр техникумға уҡырға индерҙем тигәйнең?” Яуап әҙер: "Техникум Мәҙинә өсөн артығы менән шәп, әлбиттә. Бушағыраҡ ҡыҙыҡай шул. Минең кеүек институт тамамлай торғаны юҡ. Атаһы мәрхүмгә оҡшағандыр, күрәһең. Бәләкәй саҡта уҡ әле, мин уға хәреф танырға өйрәтәм, ә ул аңшайып ҡарап тик ултыра. Нисек шуны уҡытаһың инде? Мәктәптә өйрәтерҙәр әле тинем дә ҡул һелтәнем”. Һүҙ юҡ.
Әммә иң ҡыҙығы иртәгәһенә башлана: ”Елбәҙәк инде мин, елбәҙәк! - тип ”меҫкенләнә” Мәрйәм. - Ярай әле ҡыҙым тыныс, ауыр аҡыллы, етди. Тик бына егете холоҡһоҙораҡ шул... Никахтан һуң шау-шыу ҡуптарып, ҡыҙымды ҡыйырһытҡайны, туйҙан баш тартты ла ҡуйҙы. Бына ҡайҙа ул ихтыяр көсө! Бер ҙә минең һымаҡ ”мөхәббәт” тип илаулап ултырманы... Минең кеүек өс тапҡыр туй яһап кейәүгә сығып торғансы, былай еңел ҡотолғаны яҡшы...” Был ”яңылыҡ"тан һуң көлөргә лә, иларға ла белмәҫһең. Тел һөйәкһеҙ, тиһәләр ҙә... Ҡайҙа хәҡиҡәт, ҡайҙа ялған - аңламаҫһың.
Заман елдәре тәьҫиренә тиҙ бирелгән Мәрйәмдең ҡасан да булһа гәзит эшен ташлап китәсәге көн кеүек асыҡ ине. Әммә башҡа урында уның ялҡаулығына, яуапһыҙлығына ҡул һелтәп ҡарай алырҙар инеме икән? Мәрйәм ниндәйҙер селтәрле сауҙа менән мауығып китте. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, еңел аҡса көҫәгән елғыуарҙар шөғөлө инде, әммә Мәрйәм башы-тояғы менән яңылыҡҡа ҡапланды. ”Шунса сумма аҡса индерһәң, шунса килем алырға була”, тип башта бурысҡа сумды, аҙаҡ йортон һатып, ҡыҫығыраҡ фатир алды. Артҡан аҡсаны тағы ла ”бизнес”ын йәйелдереүгә тотондо. Аҡыллыларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалманы, үҙенекен эшләп тик йөрөнө. Ул арала ҡыҙы тәүҙә ”холоҡһоҙ” тип ваз кискән егетенең таҫма теленә тағы ла әүрәп, барыбер кейәүгә сыҡты, һөйәре сираттағы тапҡыр ғаиләһенә әйләнеп ҡайтты. Мәрйәм редакциянан китергә өлгөргәйне - бар булмышын яңы шөғөлөнә бағышланы. Утта янмай, һыуҙа батмай торған кеше инде - уңышһыҙлыҡтан ҡурҡманы. Шуныһы ҡыҙыҡ: абынһа ла, алданһа ла, ҡанаттарын яҙырлыҡ, яңынан аяҡҡа баҫырлыҡ көс таба, шунан... ҡабат ярҙарына әйләнеп ҡайта торған ҡатын ине ул.
Ни тиклем тырышһа ла, ҡутарғансы аҡса түгеп, ҡаланан ҡалаға бизнес-семинарҙарға йөрөһә лә, Мәрйәмгә был шөғөлө уңыш килтермәне. Уны Башҡортостанды ташлап, Себер тарафтарына, онотола яҙған ире янына киткән, тинеләр. Ҡыҙы хаҡында: ”Бәлиғ булған, үҙ йүнен үҙе күрһен”, - тип әйткән тип һөйләнеләр. Байтаҡ ваҡыт уҙғас, Мәрйәм алыҫ тарафтарҙағы ҡалаларҙың береһенән элекке хеҙмәттәштәренә хәл белешеп шылтыратҡан: урындағы гәзиттәрҙең береһендә эшләп йөрөй икән. Һәр кемдең - үҙ күсәре, уны үҙгәртеп булмайҙыр, моғайын...
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/El-iuiusi-M-ry-m--ay-a-in-213732/