Ҡотҡарыусылар килгәс, хатта уларға ла ташланып маташа. Һөҙөмтәлә "һуғыш суҡмары"н”тотоп, тоҡҡа һалып бәйләйҙәр. Бесәйҙе хайуандар өсөн приютҡа оҙаталар, ветеринар тикшереүе лә үткәрелә.
Әйткәндәй, бындай осраҡ күптән түгел Өфө ҡалаһында ла булған. Берәҙәк бесәй шәхси йортта йәшәгәндәргә ташланған, был осраҡта ла ҡотҡарыусылар ярҙамға килгән.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, берәҙәк хайуандар кешеләр йәшәгән урындарға аҙыҡ эҙләп килә, әммә уларға яҡынлашмаҫҡа кәңәш ителә, сөнки ас хайуандар, быны һөжүм тип ҡабул итеп, кешеләргә ташланыуы ихтимал.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ber--k-bes-y-keshel-rg-tashlan-an-214199/