Быйыл ҡалаларҙа зыяратҡа тиклем автобус маршруттары ойошторолмаясаҡ. Шул иҫәптән православие дине вәкилдәренең байрамдары көндәрендә лә.
“Был кәрәкле һәм мәжбүри сара. Шулай итһәк беҙ кешеләрҙе һаҡлаясаҡбыҙ, айырыуса Сovid-19 вирусы алдында яҡланмаған өлкән быуынды. Бөгөндән алып зыяраттарға йөрөргә ярамай. Уларҙы ни бары кешеләрҙе ерләү өсөн генә асасаҡбыҙ. Ә ҡәберҙәрҙе әлегә махсус хеҙмәтләндереү комбинаты эшселәре йыйыштырып торасаҡ, улар беҙҙең хакимиәттәр янында бар”, – тинеләр был турала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте вәкилдәре.
Быға тиклем Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә, бер нисә башҡа төбәктә зыяраттарға инеү тыйылғайны. Башҡортостанда изоляция режимы 1 майға тиклем билдәләнде.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ziyarat-a-barir-a-yaramay-212983/