Новости
10 Апрель 2020, 12:50

Темәс ирекмәне Айгөл

Коронавирус эпидемияһыосоронда Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүселәргә ағалы-ҡустылы эшҡыуарҙар Тимур һәм Илсур Нәбиуллиндарҙың битлек таратыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

Матур башланғыстың дауамлы булыуы, эшҡыуарҙарҙың изге ғәмәленә ҡушылып, үҙҙәре лә кешеләргә ярҙам итергә ашҡынып тороусылар барында илебеҙгә килгән бәләне кисереүе күпкә еңелерәк.
Был юлы Темәс эшҡыуары Айгөл Яхина яңғыҙ йәшәүсе ололарға һәм аҙ тәьмин ителгән күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтте. Айгөл Рәмил ҡыҙы үҙенең шәхси автомобиле менән уларҙың һәр береһенең йорттарына йәки эш урынына барып аҙыҡ-түлек тупланмаларынан таратты. Әйткәндәй, ул үҙе лә өс бала тәрбиәләй.
“Тормошта төрлө хәлдәр була: ауыры ла, еңеле лә. Әммә нисек кенә булмаһын кеше һәр саҡ тирә-йүндәгеләргә, ярҙамға можтаждарға иғтибарлы булырға тейеш. Әгәр ҙә һинең мөмкинлегең һәм теләгең бар икән, ниңә ярҙам ҡулы һуҙмаҫҡа? Ҡайһы осраҡта уларға матди ярҙам да кәрәкмәй, ә бары йылы һүҙ һәм бер аҙ иғтибар ҙа етә. Бер-беребеҙгә ихтибарлы һәм мәрхәмәтле булайыҡ!”-ти Темәс эшҡыуары.
Фото: Темәс ауыл хакимиәте сайтынан.
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Tem-s-irekm-ne-Ayg-l-211820/
Читайте нас