Коронавирус, башҡа вирус кеүек үк, сирле кешенән тарала. Әгәр урамда һеҙҙең янда бер кемдә юҡ икән, тимәк, битлек кейеүҙең кәрәге лә юҡ. Был хаҡта 3 апрель көнө уҙғарылған брифингта республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак белдерҙе.
--Кеше урамда яңғыҙы китеп бара. Битлек нимәгә? Был осраҡта битлек кәрәкмәй,--тине ул.
Дистацияны үтәйһегеҙ икән, һеҙҙең арала ике метр арауыҡ ҡалған икән, битлек кейеү талап ителмәй.
Ә бына кеше күпләп булған ергә, мәҫәлән, магазинға барһағыҙ битлек кейергә онотмағыҙ.