Новости
8 Апрель 2020, 17:15

Дауыл ҡыйыҡты алып ташлаған

Бындай хәлдәр Сибай ҡалаһында һәм Хәйбулла райондарында теркәлгән.

Ҡыш әле булһа яҙ менән алышыуын дауам итә: бер төн эсендә тирә-яҡты ҡайтанан ап-аҡ ҡар менән ҡаплаһа, икенсе көнө дауылын да ебәрҙе. Көслө дауыл Сибай ҡалаһының Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан Сибай күп тармаҡлы политехник колледжының тимер ҡыйығын алып ташлаған.
Уҡыу йорто директоры Лундеж Байморатов белдереүенсә, ҡыйыҡтың 176 квадрат метр майҙаны зыян күргән, бөтәһе 16 дана япманы ел алып ырғытҡан. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ. Әйтергә кәрәк, уҡыу йорто ҡаланың иң күп халыҡ йөрөгән урынында урынлашҡан.
Ҡала хакимиәте етәкселеге һәм шәхси эшҡыуар Дамир Ғизәтуллин транспорт менән ярҙам иткән, емерелгән япмалар йыйып алынған. Дүшәмбенән ҡыйыҡты яңынан тергеҙеү эше башланасаҡ.
Әйткәндәй, социаль селтәрҙә көслө ел Хәйбулла районының Сиҙәм ауылында булыуы хаҡында ла хәбәр итәләр. Фотоһүрәттә дауыл ике ҡатлы бинаның ҡыйығын алып ташлаған.
Фото: "Сибайский рабочий" гәзитенән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Dauil-iyi-ti-alip-tashla-an-207763/
.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас