Новости
8 Апрель 2020, 17:16

“Беҙ тәҙрә аша йөрөмәйбеҙ”

Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин төбәк идаралығына Өфөләге Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптары тураһында ялған хәбәр таратҡан кешеләрҙе асыҡларға ҡушты.

Яңыраҡ социаль селтәрҙә пациентта коронавирус инфекцияһы табылыу һөҙөмтәһендә дауахана етәкселәренең тәҙрә аша ҡасыуы тураһында туҙға яҙмаған хәбәр таратылды. Был имеш-мимеште дауахана хакимиәте кире ҡаҡты, “беҙ тәҙрә аша йөрөмәйбеҙ, ә эште өйҙә дауам итеү өсөн компьютерҙарҙы ошо юл менән сығарырға тура килде”, тип аңлаттылар унда.
Шуны ла әйтеп үтәйек, коронавирус тураһында ялған йәки бик модалы һүҙгә әүерелгән “фейк” таратҡан Саҡмағош районы кешеһенә 30 мең һумлыҡ штраф һалынғаны ла билдәле булды.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Be-t-r-asha-y-r-m-ybe-207599/
Фото:Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас