Новости
7 Апрель 2020, 17:34

“Әй болондары” һөтөнән ауыҙ итегеҙ!

Дыуан районының Мәсәғүт ауылындағы “Әй болондары” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы тәбиғи һөт ризыҡтары етештерә. Былтыр ул килем алыу проекттары конкурсында еңеп, өс миллион һумлыҡ грант отто. Әйткәндәй, былтыр районда был проект буйынса ярҙамға дүрт кооператив эйә булған.

Килем алыу проекттары нигеҙендә ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү программаһы Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Уңышлы эшләгән “Әй болондары” кооперативы рәйесе Илфат Әхмәтйәнов әйтеүенсә, кооперативҡа 11 пайсы – ике яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, дүрт фермер һәм биш шәхси ярҙамсы хужалыҡ – ингән. Әле кооператив ағзалары өс йөҙгә яҡын һыйыр аҫрай. Алынған грант аҡсаһына һөттө ҡаптарға тултырыу аппараты, пастеризациялау өсөн өс ванна, һыуытыу һәм туңдырыу камералары, май яҙғыс, һөт айыртҡыс, өҫтәлдәр, һөт йыйыу һәм әҙер ризыҡты ташыу өсөн бәләкәй фургон һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алғандар.
Кооператив ағзалары, һигеҙ сәғәтлек сменала 500 литр һөт эшкәртеү цех өсөн иң ҡулай ҡеүәт, тип ҡарар итә. Тик бындай бәләкәй цехтар һатыуҙа булмай сыға. Шуға ла производствоны өлөшләтә йыйырға, ҡайһы бер ҡулайламаларҙы махсус заказ буйынса эшләтергә тура килә.
Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле цех сафҡа индерелгән. Ул тәүлегенә 200-250 литр һөт эшкәртә. Ике сменала эшләү мөмкинлеге бар. Бында аҡ май һәм ҡуйы һөт сығаралар.
Мәсәғүт кооператорҙары тиҙҙән халыҡты кефир, эремсек, ҡаймаҡ менән дә ҡыуандырырға ниәтләй. Әйткәндәй, етештерелгән бөтә ризыҡтар фирма логотибы сағылған төргәктәрҙә сыға, сифат сертификаты ла бар.
https://bash.rbsmi.ru/articles/esh-yuar/y-bolondari--t-n-n-aui-itege-206607/
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас