Стэрлебаш шишмэлере
+24 °С
Ямғыр
Новости
7 Апрель 2020, 17:23
Тимурҙың сираттағы еңеүе
Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Тимур Мәннәнов “Мин – профессионал” Бөтә Рәсәй олимпиадаһында икенсе йыл рәттән миҙал яуланы.
Был олимпиада – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының өҫтөнлөклө проекттарының береһе. Ул тел ғилеменән алып йыһанды үҙләштереүгә тиклемге 68 йүнәлеш буйынса үткәрелә. Күптән түгел сараға йомғаҡ яһалды. Рәсәйҙән 3758 студент, шул иҫәптән Тимур ҙа олимпиада дипломанты булды.
Әйткәндәй, Тимур Мәннәнов “Газ химияһы” белгеслеге буйынса уҡый. Быйыл ул “Мин – профессионал” олимпиадаһында икенсегә ҡатнашып, “Физик химия һәм катализ” йүнәлеше буйынса бронза миҙалға лайыҡ булды. Тимур әйтеүенсә, һөҙөмтәләр ярайһы уҡ яҡшы булһа ла, дипломанттарға тапшырылған бүләктәргә уның әллә ни иҫе китмәй. “Стажировка менән аҡсалата бүләк – шәп, әлбиттә. Ләкин бөтә йүнәлештәр буйынса ла иң-иңдәрҙең береһе булыу мөмкин түгел. Быйыл мин өс йүнәлештә көсөмдө һынап ҡараным, береһендә – миҙалсы, икенсеһендә еңеүсе булдым, тик өсөнсөһөндә нуль балл йыйҙым. Олимпиада мине күп йәһәттән ҡыҙыҡлы һорауҙары, ҡышҡы мәктәптәре, осрашыуҙары, бай тәжрибәһе менән ылыҡтыра. Балл йыя алмағаныма ла ҡайғырмайым, туплаған тәжрибәм миңә киләһе йыл ярҙам итәсәк”, – тине ул.
Фото: "Бәйләнештә".
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Timur-i-siratta-i-e-e-e-206876/
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"