

“Ейәнсура таңдары“ гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә ҡыр ҡаҙҙарының йылы яҡтан тыуған ерҙәрен шундай һағынып, талпынып ҡайтҡаны тѳшѳрѳлгән видеояҙма ҡуйылған.
“Был күренеште видеоға тѳшѳргән кешегә рәхмәт!”, “Мин уларҙың ошолай күмәкләп ҡайтҡанын тәүге тапҡыр күрәм. Әллә улар ҙа коронавирустан ҡасамы икән? Нисек кенә булһа ла, һоҡланғыс күренеш”, “Тик яҡшылыҡҡа, изгелеккә генә юрарға кәрәк. Йыл да шулай ҡайталар. Аллаға шѳкѳр. Илдәребеҙ тыныс, халҡыбыҙ иҫән-һау булһын”, “Амин, шулай булһын. Бѳгѳн Бәрәкәт кисендә күмәкләп шулай итеп теләйек, һәм барыһы ла яҡшы булыр”, “Хәйерлегә булһын был күренеш, вирусҡа бәйлелер инде. 1994 йылда ошолай итеп ҡайттылар, Чечняла һуғыш башланған ине”, “Ямалда бѳтә күкте болот һымаҡ ҡаплап осҡандарын күргәнем булды”, “Тигенгә генә улай итеп ҡайтмай инде улар, берәй бәләнән ҡасып киләләр. Изгегә булһын”, “Былтыр беҙҙең ауыл эргәһенән шулай уҡ осҡайнылар, тик был тиклем күп түгел ине” тип фекерҙәре менән уртаҡлаша халыҡ, ҡыр ҡаҙҙарының ошолай күмәкләп ҡайтыуына аптырап та, һоҡланып та.
Мәғлүм булыуынса, был видеояҙманы Күгәрсен районы Исем ауылында тѳшѳргәндәр.
Ҡоштарға коронавирус хәүеф тыуҙырмайҙыр ул, “һунарвирус” ҡурҡыныс улар өсөн. Әйткәндәй, коронавирус ҡанатлы дуҫтарыбыҙ файҙаһына ғына булды – быйыл һунар миҙгеле асылмаясаҡ! Бәлки, ошо яңылыҡты ишетеп, улар ҡыуанып, ашҡынып, талпынып ҡайтып килгәндәрҙер тыуған тѳйәгенә.
Фото: скриншот.
https://bash.rbsmi.ru/articles/yra-ay-m-khit/Tigeng-gen-t-gelder-bil-207203/