Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
7 Апрель 2020, 17:44
Сирләгән кешеләр һаны - ун ике
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта һуңғы яңылыҡтар билдәле булды.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, бөгөнгә республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләгән 12 кеше теркәлгән, 103 кеше ошо вирусты йоҡтороу шиге менән дауаханала ята, шул иҫәптән 11 бала.
Шулай уҡ бер кешелә үлгәндән һуң коронавирус инфекцияһы булғанлығы асыҡланған. Ике айҙан ашыу 80 йәштәге пациент хроник сирҙәрҙән Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында дауаланған, операция үткәргән, шул иҫәптән пневмония менән дә сирләгән. Коронавирус инфекцияһына анализды ул вафат булғас алғандар. Бөгөнгө талаптарға ярашлы, бындай процедура мотлаҡ башҡарыла. Шунда инде оло йәштәге инәйҙең организмында вирус барлығы асыҡланған.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, әлеге ваҡытҡа коронавирус инфекцияһына республикала 10809 тикшереү үткәрелгән, шул иҫәптән киҫкен респиратор инфекцияһы билдәләре менән 900-ҙән ашыу кешегә, пневмония менән - 800 тирәһе кешегә.
Донъяла коронавирус йоҡторғандар һаны 1 350 915 кешенән ашҡан. Рәсәйҙә ауырығандар – 7497. 494 кеше һауыҡҡан, 58 кеше вафат булған.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Sirl-g-n-keshel-r-ani-un-ike-206838/
Фото: rbk.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"