+21 °С
Болотло


Башҡорт бейеүе аша рухи үҫешкә
“ТНТ” телеканалындағы бейеү конкурсында Нәркәс Юлдашеваның башҡорт халыҡ бейеүе “Хан ҡыҙы” менән сығыш яһауы күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булды. Ун ете йәшлек сибәркәй һығылмалылығы, нәфислеге, башҡорт ҡыҙҙарына хас нәзәкәтлелеге, һөйкөмлөлөгө, тыйнаҡлығы һәм шул уҡ ваҡытта саялығы менән әсир итте. ”Атайым – музыкант, уның үҙ ансамбле бар, әсәйем – хореограф, беҙ – ысын мәғәнәһендә артистар”, – тип ҙур ғорурлыҡ менән телгә алды Нәркәс сығышы алдынан. Ул халыҡ бейеүен башҡарғас: “Һоҡланғыс, ихтирам уятырлыҡ, әммә формат түгел”, – тип жюри ағзалары хатта баҙап ҡалды. “Был бейеү менән әсәйем башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын сағылдырырға теләне…” Нәркәстең ихлас йылмайып әйткән һүҙҙәренә баһалама ағзаларының: “Әсәйегеҙгә рәхмәт, ул быға өлгәште, тип”, – тиеүе иһә күңелгә бал булып ятты һәм ҡыҙҙың сығышынан һуң уның әсәһе – байтаҡ йылдар Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләп, һуңынан “Гүзәл-данс” бейеү студияһын асҡан Гүзәл Исламғолова-Юлдашева менән әңгәмәләшеү теләге тыуҙы. Әңгәмәлә һүҙ бейеү сәнғәте, ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте, тәғәйенләнеше, тәрбиә мәсьәләләре хаҡында барҙы.
– Ишетеп белеүемсә, һеҙ – ҡала ҡыҙы. Атай-әсәйегеҙ ҙә сәнғәттән алыҫ тора. Шулай ҙа нәҡ башҡорт бейеүенә ҡарата булған мөхәббәтегеҙ һоҡландыра. Әйтегеҙ әле, һеҙҙеңсә, башҡорт бейеүенең төп үҙенсәлеге ниҙә?
– Бейеү – минең өсөн күңел талабы, рухи һәм физик тәрбиә сығанағы. Бала саҡтан уҡ пластиканы, классик бейеүҙе яраттым. Һуңынан, бәлки, Роберттың (тормош иптәше ҡурайсы Роберт Юлдашев. – Авт.) йоғонтоһо ла булғандыр, башҡорт бейеүенә эҫенеп киттем. Башҡорт бейеүе – бөйөк бер төшөнсә. Ул халыҡтың мәҙәни мираҫы ғына түгел, рухи үҫешкә илтеүсе бер алым да. Бында һәр ым-ишара ниндәйҙер тәрән мәғәнәгә эйә: әйтәйек, айырым бер хәрәкәт аша ҡояштан, елдән энергия алып, үҙең аша үткәреүме, ҡош булып талпыныумы, йәки башҡа тормош-көнкүреш элементтарымы. Бөгөн иһә башҡорт бейеүенең ғәжәйеп тәрән икәнлеген тоям. Уның шул тиклем бай, йөкмәткеле булыуын һәм асылып та бөтмәгәнлеген аңлайым. Шундай үҙенсәлекле дробтар, ритмдар, хәрәкәттәр – унда ҡаҙынырға ла ҡаҙынырға әле. Әйткәндәй, мин фламенкоға ла ғашиҡ. Испан бейеүҙәрендәге хәрәкәттәр, дробтар, ҡул пластикаһы беҙҙекенә оҡшаш. Әммә уларҙа барыһы ла ҡатыраҡ һәм етеҙерәк, ә башҡорт бейеүенә йомшаҡлыҡ, нескәлек хас. Шуға ла ул рухи юғарылыҡҡа ынтылыш, нәзәкәтлелек, һығылмалылыҡ, нәфислек, әҙәплелек, итәғәтлелек тәрбиәләү ысулы ла. Бөгөн йога йәки башҡа күнекмәләр, тәжрибәләр менән мауығып, күңел юғарылығына ынтылыусылар күп. Башҡорт бейеүендәге хәрәкәттәр ярҙамында ла шундай уҡ һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин.
– Үҙегеҙ асҡан “Гүзәл-данс” бейеү студияһында ошоларға өлгәшеүҙе лә маҡсат итеп ҡуйғанһығыҙ, тимәк?
– Эйе. Беренсенән, беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар ғына шөғөлләнә. Гүзәл зат үҙ-үҙен тотошо, күңел байлығы, нескә буй-һыны, төҫ ҡиәфәте менән донъяны күркәмләр өсөн яралған. Бейеү аша тап ошо сифаттарҙы үҫтерергә, башҡорт ҡыҙының илаһи матурлығын күрһәтергә теләнек. Ул үҙен йәмғиәттә лайыҡлы тоторға һәм шул уҡ ваҡытта тәбиғәтенә һалынған сифаттарҙы үҫтерергә өйрәнһен, рухын, күңелен байытһын.
Төркөм менән райондарға ла йыш сығабыҙ. Бер яҡтан, ауылдарҙа ла халыҡтың матур, зауыҡлы тормош ҡорорға ынтылыуы һоҡландырһа, икенсенән, эскелектән айный алмаған ҡатын-ҡыҙҙар осрауы ла күңелде ҡыра. “Милләтте юҡҡа сығарырға теләһәгеҙ, ҡатын-ҡыҙҙы аҙҙырығыҙ” тиҙәр бит. Бәлки, пафослы яңғырар, шулай ҙа алдыбыҙға башҡорт генофондын нәҡ ҡатын-ҡыҙ аша һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү маҡсатын да ҡуйғанбыҙ. Сөнки ҡатын-ҡыҙ матур хәрәкәт итһә, бейеһә, уның ниндәйҙер тупаҫлыҡтар ҡылырға, хәрәм ғәҙәттәргә ваҡыты ла, теләге лә ҡалмаҫ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, тормош иптәшем Роберттың үтенесе был. Ул ҡыҙҙарҙы әҙәпкә, нәзәкәтлелеккә өйрәткән студия ойоштороуымды һораны. Әлбиттә, мин үҙем дә артабан үҫешергә кәрәклеген аңлай инем. Ансамблдән китеүемә байтаҡ ваҡыт үтте. Балалар, Аллаға шөкөр, үҫеп буй еткерҙе. Әммә үҙ аллы бейермен тип уйлай инем. Шулай итеп, Роберт миңә йүнәлеш күрһәтте. Студияның атамаһын да үҙе тәҡдим итте. “Борсолма, һинең хөрмәткә түгел, уның нигеҙенә гүзәл бейеүҙәр тигән мәғәнә һалынған”, – тине. “Гүзәл-данс” студияһын асыу идеяһы бына шулай яралды. Әммә ул тиҙ үк популяр булып китер тип уйламаныҡ. Баҡтиһәң, ҡыҙҙар бейергә ярата икән. Барыһының да дәүләт ансамблендә бейергә мөмкинлеге юҡ бит. Хобби булараҡ шөғөлләнеүселәр бик күп. Кескәйҙәр өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә төркөмдәр бар.
– Аңлауымса, һеҙҙә тик башҡорт халыҡ бейеүҙәренә генә өйрәнергә була?
– Эйе, нигеҙҙә башҡорт бейеүҙәрен өйрәнәләр. Әммә башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен дә күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Үҫеш өсөн бик кәрәк был. Шулай ҙа мин башҡорт бейеүе менән генә донъя кимәленә сығып булмай, тик башҡорт бейеүҙәренән торған репертуар төҙөп, сит тарафтарға гастролдәргә сығыу үҙ-үҙен аҡламай, тигән фекер менән килешеп бөтмәйем.
– Әллә үҙегеҙҙең төркөм менән сит тарафтарға гастролдәргә сығыу тәжрибәһе лә булдымы?
– Эйе, Монакола Рәсәй көндәре уңайынан үткән концертта сығыш яһау бәхете тәтене. “Төрксой” фестивале сиктәрендәге концерттарҙа ҡатнашҡаныбыҙ булды, 2015 йылда Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарында сит ил вәкилдәренә халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәте өлгөләрен күрһәттек. Әлегә башлыса Башҡортостан буйлап йөрөйбөҙ. Халыҡ менән аралашабыҙ. ”Ҡурайсы” төркөмө менән берлектә хәйриә концерттары ойошторабыҙ. Күберәк тамашасы йәлеп китеп, ҙур ҡалаларҙа сығыш яһағаныбыҙ ҙа булды. Әйтәйек, күптән түгел үҙемдең тыуған ҡалам Салауатта концерт ҡуйҙыҡ. Костюмдарҙы ла үҙебеҙ тектек. Беҙ, ун кеше, сәғәт ярымлыҡ программа менән сығыш яһаныҡ. Ситтән кешеләр саҡырманыҡ. Хатта Роберт та был концертта ҡатнашыуҙан баш тартты. Мин шуныһы менән бәхетле: дәүләт ансамблендә ҙур тәжрибә тупланым. Унда эшләп китеүем тәртип йәһәтенән дә, гастролдәр ойоштороу мәсьәләһе, костюмдарға ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт буйынса ла яҡшы мәктәп булды.
Ҡыҫҡаһы, маҡсат, теләк бар икән, һәммәһенә лә өлгәшеп була. Тормошта бер нәмәнән дә ҡурҡырға ярамай. 60 йәштә лә бейергә өйрәнергә, 20 йәштә лә ҡарсыҡҡа әүерелергә мөмкин.
– Нәркәстең бейеү конкурсында ҡатнашыуы ла шул маҡсатҡа ынтылыштың һөҙөмтәһе бит инде?..
– Эйе, тап шулай. Ул был проектҡа эләгергә тигән маҡсат ҡуйҙы һәм шуға өлгәште. Тик башта заманса бейеү менән сығыш яһарға теләне. Һуңынан, конкурста ҡатнашыуын-ҡатнашҡас, башҡорт бейеүе менән сығырға кәрәк, тигән фекергә килдек. Форматҡа тап килмәһә лә, башҡорт бейеүен күрәсәктәр, башҡорт ҡурайын тыңлаясаҡтар. Конкурстан үтмәһәң, яҡшыраҡ булыр, тинек. Сөнки ярты йыл Мәскәүҙә йәшәп, программаны үҙләштерергә кәрәк буласаҡ. Ә ул – сығарылыш класс уҡыусыһы, алдында мәктәпте уңышлы тамамлау маҡсаты ла тора. Ул тәүге турҙы уңышлы үтеп икенсеһенән төшөп ҡалды. Шулай хәйерлерәк булғандыр, күрәһең.
Рухлы башҡорт егетенән дә ышаныслыраҡ йәр булыуы мөмкинме һуң?!
Ирең йондоҙ булһа…