Новости
7 Апрель 2020, 05:00

КӨЛӨП АЛАЙЫҠ ӘЛЕ

– Ҡәҙерлем, йыландар оҙаҡ йәшәйме ул?– Нимә, ауырып киттеңме әллә?

Элек интернетта бик оҙаҡ ултыра инем. Туған көнгә планшет бүләк иткәс, мин хәҙер интернетта ятам!
**
Ҡәйнәмде Мысырға ебәрҙем – иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Күрәһең, ИГИЛсылар үҙҙәренеке тимәй...
**
Йыһанға осоу өсөн яҡынса 1 сәғәт ваҡыт кәрәк. Эшкә барып етеү өсөн – 1 сәғәт ярым...
**
Бер егет эш эҙләп килә.
– Рекомендацияғыҙ бармы?
– Бар, бына.
– "Был аҡыллы малай, уны эшкә алығыҙ". Был ниндәй хат?
– Әсәй яҙҙы.
**
– Ҡәҙерлем, һөйләшә алаһыңмы?
– Юҡ, бында роуминг, ҡыйбат.
– Улайһа тыңлап ҡына тор...
**
Икәү интернетта аралаша.
– Ниңә йоҡламайһың?
– Интернетта ултырам.
–Шәп икән. Ә мин ҡунаҡта.
– Оһо, ә кемдә?
– Һиндә.
– Ҡорт саҡҡыры! Онотҡанмын!
**
Тренер еңелгән боксерҙы тынысландыра.
– Ярай инде, еңелдем тип... Ҡара, өсөнсө раунда беләһеңме һин уны нисек ҡурҡыттың? Үлтерҙем буғай тип саҡ рингтан сығып ҡасманы!
**
Гидрометроүҙәк тәҙрәләрен ҡойоп төшөргән ел уларға бөгөн көндөң ҡояшлы һәм аяҙ түгеллеген иҫбатларға теләй ине булһа кәрәк...
**
– Атай! Мин ҡасан өйгә үҙем теләгән ваҡытта ҡайта аласаҡмын ул?
– Белмәйем, улым, үҙемдең дә ул йәшкә еткәнем юҡ әле.
**
– Был ҡатын-ҡыҙ бесәй менән бер.
– Нимәгә улай тиһең?
– Кисә ҡатын китәм тигәс,ишекте киң итеп асып ҡуйҙым. Сыҡмай! Япҡан инем, тағын китәм ти башланы.
**
Бер ҡатын классик шағирҙың йыйынтығын уҡып ултыра.
– Ҡара әле, атаһы, бынауы оятһыҙ! Һин миңә йыл һайын туған көнгә яҙған шиғырҙарҙы йыйып китабында баҫтырған!
**
Бер һаранды һатыусы киҫәтә. Был колбаса осһоҙораҡ осһоҙлоғон... Тик соянан яһалған, зыянлы.
– Зарар юҡ. Миңә ҡунаҡ табынына ҡуйырға ул.
**
Биш йәшлек ҡыҙ атаһына:
– Атай, аҡса бирһәң, һин командировкала саҡта, әсәйҙең кем менән йоҡлауын әйтәм.
– Мә! Әйт!
– Минең менән!
Читайте нас