Новости
7 Апрель 2020, 17:40

Һәҙиә Дәүләтшинаның тамырҙары Баймаҡтанмы?

Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшинаның башҡорт совет әҙәбиәте үҫешенә индергән өлөшө киң билдәле. Әҫәрҙәренең тел байлығы, сюжет-композиция ҡоролошо һәм жанр үҙенсәлектәре күп ғалимдар тарафынан өйрәнелгән. Әммә билдәле башҡорт яҙыусыһының тормошона бәйле ҡайһы бер мәсьәләләр ғилми әҙәбиәттә әлегә тиклем сағылыш тапмаған. Мәҫәлән, уның нәҫел тамырҙары, метрика яҙмаларға бәйле теүәл тыуған көнө, Һамар губернаһы Пугачев өйәҙе башҡорттарының һөйләш теленә бәйле лингвистик мәғлүмәттәр йыйыу буйынса эшмәкәрлеге өйрәнелмәгән.



Яраттан башланған тарих

Һәҙиә Дәүләтшинаның нәҫел тамырҙа­рына ҡарата ҡыҙыҡһыныу Һарытау өлкәһе­нең Пугачев районындағы Мәҡсүт ауылында һаҡланған башҡорт шәжәрәһен өйрәнеү барышында тыуҙы. Был генеалогия – Бөрйән ырыуы башҡорттары шәжәрәһенең бер варианты һәм Һамар башҡорттарының ата-бабаларын асыҡлай. Улар Волга аръяғы далаларына күсеп киткәнсе Ырымбур өлкәһе Верхнеурал өйәҙенең 6-сы башҡорт кантоны Бөрйән улысы Әптекәй, Байыш, Баймырҙа, Буранбай, Бәхтегәрәй, Кәрешкә, Кинйәбулат, Мәмбәт, Йомаш, Ярат һәм Йәрмөхәмәт ише башҡорт ауылдарында йәшәгән (бөгөн Баш­ҡортостандың Баймаҡ районы). Был ауыл­дарға Бөрйән ырыуының Ямаш араһы вәкил­дәре нигеҙ һалған. 1921–1928 йылдарҙа Ярат Ҡунаев затынан Ибраһимовтар, Рәсү­левтәр, Өмөтбаевтар һәм башҡалар Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенән ата-бабалары төйәгенә, БАССР-ҙың Баймаҡ районы Үҙән ауылына күсеп ҡайта (бөгөн Баймаҡ районы Урғаҙа ауылының бер өлөшө).

Ярат, Куйбышев өлкәһе Оло Чернигов районы Хәсән ауылы ырыуҙарының береһенә нигеҙ һалыусы булараҡ, тәүге тапҡыр Һәҙиә Дәүләтшинаның башҡорт тел ғалимы Таһир Ғәлләм улы Байышевҡа яҙған хатында телгә алына. Унда БАССР-ҙың Матрай районы Ҡашҡат ауылында шәжәрә һаҡланыуы хаҡында хәбәр ителә. Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары араһында Яраттан башланған шәжәрәнең барлығы хаҡында билдәле башҡорт этнографы Раил Ғүмәр улы Кузеев та телгә ала.
Ярат тураһындағы мәғлүмәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу Баймаҡ районы Урғаҙа ауылының Үҙән ҡасабаһы башҡорттары менән Һамар өлкәһе Оло Глушица һәм Оло Чернигов райондары, Һарытау өлкәһе Перелюб һәм Пугачев райондары башҡорттары араһындағы туғанлыҡ ептәрен асыҡлау маҡсатында архив һәм ялан тикшереүҙәре барышында тыуҙы.

Мәғлүмәт биргән Б.К. Рәсүлев беҙгә тамырҙарының Ярат исемле кешенән башланған ҙур ырыуға барып тоташыуын һөйләне. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ата-бабалары XVIII быуат аҙаҡтарында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улысынан Оло Ырғыҙ һәм Кәмәлек буйҙарына күсеп ултырған.

2014 йылдың июлендә Баймаҡ районы Ярат ауылында йыйылған мәғлүмәттәрҙә Ҡунай исемле кеше телгә алына, уның ауылға нигеҙ һалыусының олатаһы булыуы тураһында һүҙ бара. Тарихты белгән ауыл кешеләре Ҡунай күне тип йөрөтөлгән элекке утар урынын күрһәтте. Артабан утар кешеләре Ярат ауылына нигеҙ һалған.

Башҡорт телсеһе Т.Ғ. Байышевҡа яҙған хатында Һәҙиә Дәүләтшина атаһының нәҫел тамырҙары бөрйәндәргә барып тоташыуы тураһында хәбәр итә.

Һәҙиә Семеновск ҡасабаһына ниңә килгән?

Ярат ауылында нәҫел тамырҙарын барлағанда Һәҙиә Дәүләтшинаның Баймаҡ районы Семеновск ҡасабаһында йәшәгән абруйлы мулла, Ярат ауылына нигеҙ һалыусының шәжәрәһен һаҡлаған Әхмәҙиә Мөхәммәҙиә улы Ғәйнуллинға барғанлығын һөйләнеләр. Телгә алынған генеалогия сығанағы артабан өйрәнеү маҡсатында әҙибәгә тапшырылған, шунан алып Ярат ауылы халҡы был шәжәрәне күрмәгән.

Тимәк, башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләт­шина атаһы яҡлап ата-бабаларының бөрйән тамырлы булыуын аныҡ күҙ алдына кил­тергән һәм Ярат ауылы халҡы менән туған­лыҡ ептәрен асыҡларға тырышҡан. Берен­сенән, уның БАССР-ҙың Матрай районы Ҡашҡат ауылы халҡының кемеһендә тулы шәжәрәне күрә алыуы билдәһеҙ булып ҡала килә. Беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был осраҡты тикшермәнек. Уйыбыҙса, ул Ярат йәки алда телгә алынған Бөрйән ырыуының Ямаш араһы вәкилдәре нигеҙ һалған ауыл кешеһе булырға тейеш. Ул кеше сәйәси золом һәм “халыҡ дошманы” итеүҙәренән ҡурҡып, йәшәү урынын алмаштырғандыр, тип күҙалларға ҡала. Ул Матрай районы Ҡашҡат ауылынан алыҫ түгел 109-сы йылҡы заводында эшләгән булырға тейеш. Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романында Ярат ырыуына нигеҙ һалыусы тураһында телгә алына. Роман өсөн мәғлүмәт туплағанда, яҙыусы шул ауылда булып, тапҡан яңылыҡтарҙы әҫәрендә ҡулланғандыр. Романда Яраттың Түңгәүер ырыуына ҡарауы тураһында әйтелә. Был әҙәби уйҙырма булһа кәрәк, сөнки Һәҙиә Дәүләтшина атаһының бөрйән тамырҙары тураһында яҡшы белгән.

Яҙыусының ҡарт олатаһы хаҡында тәүге тапҡыр Ә.З. Әсфәндиәров телгә ала һәм уны Урал казак ғәскәренең Башҡорт бүлексәһе 3-сө йортона ҡараған Байрамғол ауылы кешеһе булараҡ күрһәтә.

1834 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы, телгә алынған ауылда Мөхәмәтйән Ҡарамырҙин (1798 йылғы), уның ҡатыны Хәмиҙә (1797 йылғы), улы Йосоп (1828 йылғы), ҡыҙҙары Гөлзифа (1822 йылғы) һәм Зөләйха (1831 йылғы) йәшәгән. 1834 йылда улар Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙенең 6-сы башҡорт кантонына ҡараған.

1843 йылдың 10 февралендә башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы исеменә Урал казак ғәскәре Башҡорт бүлексәһе башҡорттарының телгә алынған хәрби формирование биләмәһенә күсеүе хаҡында рапорт бирелә. Документҡа теркәлгән ведомостан шуны беләбеҙ: Зәлмәмбәт ауылынан Мөхәмәтйән Ҡарамырҙинды 11 йән менән бергә йәшәргә индергәндәре өсөн 6-сы башҡорт кантоны 5-се йорт Буранбай ауылы кешеләрен хөкөм итәләр.

Яҙыусының тамырҙары Буранбайға тоташа

Беҙ Һәҙиә Дәүләтшинаның ҡарт олатаһы менән Баймаҡ районы Буранбай ауылы халҡы араһындағы туғанлыҡ бәйләнештәрен раҫлаған архив документтарын асыҡларға тырыштыҡ. 1834 йылғы ревизияның Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе 6-cы башҡорт кантоны Бөрйән улысының 5-се йортона ҡараған Буранбай ауылы буйынса мәғлүмәттәрендә Мөхәмәтйән Ҡарамыр­ҙиндың олатаһы Ҡарас Бикбаев (1746 – 1832) һәм атаһы Ҡарамырҙа Ҡарасовтың (1774 – 1820), шулай уҡ атаһының ағаһы Һары Бикбаевтың (1751–1832) үлеме теркәлгән. Һары Бикбаевтың Ғибәҙәт (1806 йылғы) һәм Шәғәҙәт (1815 йылғы) исемле улдары булған. Ҡарас Бикбаевтың ғаи­ләһендә Иҫәнгилде (1791 – 1832), Иҫәнаман (1827 йылғы) һәм Ишмөхәмәт (1831 йылғы) исемле улдары менән, улы Ҡабанбай (1781 – 1822), Мөхәмәтғәли (1815 йылғы) һәм Ғәбделмөкмин (1821 йылғы) исемле улдары менән йәшәгән. Ҡарамырҙа һәм Шәкәр Ҡарасовтар (1821 йылғы) ғаиләһендә балалары Сәхипкирәй (1814 йылғы), Ғәбделнасир (1820 йылғы), Мөхәмәтйән (1800 йылғы) һәм Хәсән (1810 йылғы), уның ҡатыны Фатима, улы Таштимер теркәлгән. Шунда уҡ Мөхәмәтйән Ҡарамырҙиндың 1834 йылда етәкселек күрһәтмәһе буйынса Урал казак ғәскәренә теркәлеүе билдәләнгән. Телгә алынған ауылда шулай уҡ ете улы, дүрт ҡыҙы менән Хоҙайбиргән Ҡарасов (1774 йылғы), улы һәм дүрт ҡыҙы менән Әбйәлил Хоҙайбиргәнов (1806 йылғы), өс улы һәм ике ҡыҙы менән Мырҙагилде Ҡарасов йәшәгәне күрһәтелгән.

Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе 4-се башҡорт кантоны 9-сы йорт Буранбай ауылында 1859 йылда Иҫәнаман Ҡарасов (ғаиләһеҙ), Ғәбделмөкмин һәм Мөхәмәтғәли Ҡарасовтар (Ҡабанбай Ҡарасовтың улдары), Ғәбделнасир һәм Сәхипкирәй Ҡарасовтар (Ҡарамырҙа Ҡарасовтың улдары), Һа­тыбалды һәм Сәйетғәфәр Ҡарасовтар ғаиләләре менән (Мырҙагилде Ҡарасовтың улдары) теркәлгән, ә Хәсән Ҡарамырҙа улы Ҡарасов 1857 йылда Себергә һөрөлгән. Ревизия мәғлүмәттәре телгә алынған ауылда Хоҙайбиргән Ҡарасовтың юҡлығын теркәгән.

Шул рәүешле, архив документтарынан Һәҙиә Дәүләтшинаның ата-бабаһы Ҡарас Бикбаевтың Ырымбур губернаһы Верхне­урал өйәҙе Буранбай ауылының тәүге кешеләренең береһе булғанлығы күренә, һәм бөгөн унда ошо ырыу вәкилдәре лә йәшәйҙер.

Баймаҡ районы ауылдарының тарихи белешмәһенә ярашлы, Буранбай ауылына Кинйәбулат ауылы кешеләре нигеҙ һалған, улар 1812 йылда утар урынында ауыл ойошторған һәм уға йорт старшинаһы Буранбай Ҡотдос улы Һөйөндөков хөрмәтенә исем биргән. Кинйәбулат ауылы буйынса 1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәрендә Буранбай Ҡотдосов етәкселегендә бер төркөм ауыл халҡының күсеп китеүе теркәлгән. Улар араһында Һары Бикбов һәм Ҡарамырҙа Ҡарасов та булған. Йорт старшинаһы Әзебай Кинйәбулатов етәкләгән икенсе төркөм йәшәү урыны итеп Бәхтегәрәй ауылын һайлаған. Күсеп китеүселәр араһында Ишдәүләт Бикбов (1733 йылғы) улы Иҫәндәүләт (1779 йылғы, йорт старшинаһы) һәм ейәндәре Буранғол, Нарынбай, Йыһанша һәм Ярҡынбай менән, шулай уҡ Дауытбай Бикбов (1766 йылғы) дүрт улы менән телгә алынған.

1834 йылда Бәхтегәрәй ауылы кешеһе Дауытбай Бикбов Дауытбай Исҡужин тип бирелгән. Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе 4-се башҡорт кантоны 10-сы йорт Фәйзулла ауылы буйынса 1859 йылғы ревизия документтарында – Дауытбай Бикбовтың Ибраһим һәм Вәлләми исемле улдары Һөйөндөков фамилияһы менән, Камалетдин һәм Мөхәмәтәмин атлы улдары Исҡужин фамилияһы менән теркәлгән. Иҫәндәүләт Ишдәүләтовтың бер улы ла ошо уҡ фамилия менән бирелгән.
Тимәк, килтерелгән мәғлүмәт Ҡарамырҙа Ҡарасов Буранбай Ҡотдосовтың яҡын туғаны булыуын, шулай уҡ Әзебай Кинйәбулатовтың нәҫеле икәнлеген раҫлай. Телгә алынған кешеләрҙең уртаҡ ата-бабаһы – Һөйөндөк, уның улы Әлекаш Һөйөндөков Бөрйән улысы старшинаһы һәм Кинйәбулат Әлекашевтың атаһы (Кинйәбулат ауылына нигеҙ һалыусы) булараҡ билдәле.

Йомаш ауылына бәйле ваҡиғалар

Йомаш ауылы буйынса 1816 йылғы ревизия документтарында 1812 йылда ауыл халҡының, атап әйткәндә, Ҡарас Бикбовтың (Ҡарамырҙа Ҡарасовтың атаһы) улдары Хоҙайбиргән ғаиләһе менән, Ҡабанбай, Иҫәнбай һәм Иҫәнгилденең старшина Буранбай Ҡотдосов ауылына күсеүе сағылыш тапҡан. Шунда уҡ Мөхәмәтйән Бикбаев ҡустыһы Мөхәмәтрәхим менән, Мырҙагилде Ҡарасов ике улы һәм ҡустыһы Ҡотлобай менән айырым телгә алынған. 17 йәшлек Мөхәмәтйән Бикбаев исеме менән Һәҙиә Дәүләтшинаның ҡарт олатаһы Мөхәмәтйән Ҡарамырҙин бирелгән, тип аңларға кәрәктер. Уны 1812 йылда старшина Исҡужа Сәмәтов командаһының Исмаҡай ауылына йәшәргә күсерәләр. 1813 йылда ул ошо ауылдан Кинйәбулатҡа ебәрелә, шунда уҡ ҡустыһы Мөхәмәтрәхимдең үлеме күрһәтелә. 1816 йылда Мөхәмәтйән Ҡарамырҙа Ҡарасов ғаиләһе составында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Буранбай ауылында теркәлгән.

1832 йылдың мартында Ырымбур өлкәһе Верхнеурал өйәҙе 6-сы башҡорт кантоны Бөрйән улысы йорт старшинаһы Фәйзулла Аҡтаев командаһынан Йәлмәмбәт Сәлимов (Бәхтегәрәй ауылы кешеһе) етәкселегендәге башҡорттар 9-сы башҡорт кантонының 2-се бүлексәһе Хәсән ауылы кешеләре итеп теркәлгән. Теркәлеүселәр араһында Мөхәмәтйән Ҡарамырҙин да була. 1832 йылдың июнендә Һарытау губернаһында йәшәгән башҡорттарҙан ғына торған 9-сы башҡорт кантоны, алыҫ урынлашыу сәбәпле, Урал казак ғәскәре ҡарамағына күсерелә. 1834 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса Мөхәмәтйән Ҡарамырҙин Урал казак ғәскәренең башҡорт бүлексәһе 3-сө йорто Байрамғол ауылы (2-се Чижа йылғаһының һул яҡ яры) кешеһе була.

Зәлмәмбәт ауылы юҡҡа сығарыла

1838 йылдан Мөхәмәтйән Ҡарамырҙин Зәлмәмбәт ҡышлауында (2-се Чижа йылға­һы­ның уң яҡ яры) йәшәгән. Уның хужалы­ғында өй, 36 баш йылҡы малы, 10 баш һы­йыр малы, 20 һарыҡ һәм биш кәзә иҫәплән­гән. Уның ғаиләһендә ҡатыны Хәмиҙә (45 йәш), улдары Йосоп (14 йәш), Ильяс (5 йәш), ҡыҙҙары Зөләйха (11 йәш), Разия (7 йәш) һәм Рәбиға (3 йәш) йәшәгән. Ильяс улы икенсе ҡатыны Байрамбикәнән (айыры­лышҡандар) тыуған тип әйтелгән. Шул уҡ ауылда туғандары Ғабдрахман һәм Ғәбделйәлил Хоҙайбиргәновтар (Хоҙай­биргән Ҡарасовтың улдары) үҙ ғаиләләре менән йәшәгән.

Һарытау губернаһы Яңы үҙән өйәҙе Зәлмәмбәт ауылы 1866 – 1867 йылдарҙа Идара итеүҙә кантон системаһын бөтөрөү тураһындағы положениены (1865 йылдың 2 июне) тормошҡа ашырыу барышында юҡҡа сығарыла. Волға аръяғы башҡорттары, атап әйткәндә, Урал казак ғәскәренең Башҡорт бүлексәһе 3-сө йорто башҡорттары, башҡа губерна башҡорттары кеүек үк, һалым түләгән ауыл сословиеһына күсерелә һәм хоҡуҡ, бурыстары яғынан башҡа крәҫтиәндәр менән тиңләштерелә. Губерна властары һәм Урал казак ғәскәре етәкселеге 1866 йылдың июнендә Үҙән яны ерҙәрендә йәшәгән башҡорттарға Оло Ырғыҙ һәм Кәмәлек йылғалары буйына йәки Ырымбур губернаһы биләмәләренә күсеү өсөн аҡса бүлә башлай. 1866 йылда Зәлмәмбәт ауылы халҡына Оло Ырғыҙ һәм Кәмәлек йылғалары буйындағы башҡорт ауылдарына, атап әйткәндә, Кинйәғол, Ғабдулла, Ҡунаҡбай, Әхмәт Акиров утарына күсеп ултырырға ҡушыла. Шул рәүешле, Мөхәмәтйән Ҡарамырҙиндың алты кешелек ғаиләһе, мулла Ильяс Мөхәмәтйәновтың (1832 йылғы) ғаиләһе (ҡатыны Мөхибъямал, улы Ғабдулла (1863 йылғы), ҡыҙы Зөһрә) Һамар губернаһы Николаев өйәҙе Кинйәғол ауылына йәшәргә йүнәлтелә.

Килтерелгән архив мәғлүмәттәре Һ.Л. Дәүләтшинаның ҡарт олатаһының Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе 6-сы башҡорт кантоны Бөрйән улысынан Һарытау губерна­һына күсеп ултырыу ваҡытын күрһәтә, шулай уҡ уның Оло Ырғыҙ йылғаһы буйында йәшәй башлау ваҡытын да билдәләп була.

Үҙәк тарих архивына таянып...

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк тарих архивының Ырымбур магометан дини идаралығы фондында һаҡланған метрика кенәгәләрен өйрәнеү барышында 1858 йылдан алып 1885 йылға тиклем указлы имам Ильяс Мөхәмәтйәнов ғаиләһендә биш малай (Ғатаулла, 1866 йылғы; Мөтиғулла, 1869 йылғы; Фазлиулла, 1872 йылғы; Лотфулла, 1874 йылғы; Мөтиғулла, 1876 йылғы) һәм бер ҡыҙ (Таибә, 1873 йылғы) тыуыуы асыҡланды. Шул уҡ ваҡытта ғаиләлә бер йәшлек Фазлиулланың, дүрт йәшлек Мөтиғулланың һәм 19 йәшлек Ғатаулланың үлеме теркәлгән.

Шулай итеп, Урал казак ғәскәренең Баш­ҡорт бүлексәһе ҡарамағындағы, аҙаҡ Һамар губернаһы Николаев өйәҙе составындағы Хәсән ауылы собор мәсетенең метрик яҙмаларын тикшереү Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшинаның атаһының тыуыу көнөн асыҡлай.

Икенсенән, башҡорттарҙа яңы тыуған балаларға үлгән туғандарының исемен биреү йолаһы йәшәүен күрһәтә. Был тәжрибә миҫалдарҙа ла асыҡ сағыла: яҙыусының атаһы улына үлгән ҡустыһы Ғатаулланың исемен ҡуша, Һәҙиә менән Ғөбәй Дәүләтшиндарҙың үлгән улдары хөрмәтенә Ғатаулла Лотфуллиндың улына Булат тип исем ҡушалар. Ғизәтулла (Ғәйзулла) Ильясов та улы Фазулла Мөхәмәтйәновты үлгән ҡустыһы Фазлиулла (1872 – 1873 йй.) хөрмәтенә атағандыр.

Ырымбур магометан дини идаралығының ағымдағы эштәренән күренеүенсә, Ильяс Мөхәмәтйәнов (1832–1916 йй.) Һамар губернаһы Николаев өйҙе Имеләй улысы Хәсән ауылы собор мәсетенең имам хатибы итеп раҫлана. 1875 йылда ул дин ҡағиҙәләрен белеүгә имтихан тота. 1910 йылда уның улы Ғизәтулла (Ғәйзулла) Ильясов Хәсән ауылы мәсетенең имамы итеп раҫлана.

Һамар губернаһы Пугачев өйәҙе Имеләй улысы башҡарма комитетының Хәсән ауылына ҡағылышлы эш документтарында Гөлйәүһәр, Ғатаулла һәм Ғизәтулла (Ғәй­зулла) Ильясовтар 1922 йылда арыш сәсеү өсөн орлоҡ ссудаһы алырға хоҡуҡлылар иҫәбендә телгә алына. 1921 йылдың ноябрь-декабрендә аслыҡ ҡорбандары ара­һында Хәбибулла Лотфуллиндың, Ғәб­дрәхим һәм Ғәбделсамат Мөхәмәт­йә­новтарҙың исемдәре теркәлгән. Пугачев өйәҙе халыҡ мәғарифы бүлегенең 1920 йылдың 24 ноябрендәге 495-се таныҡ­лығында Һ.Л. Дәүләтшина Мөхәмәтйәнова Ғәҙиә тип теркәлгән. 1926 йылдың мартында Мөхәмәтйәнов Ғәйзулла орлоҡ ссудаһы буйынса түләмәүселәр мөлкәтенә опись үткәреү исемлегенән төшөрөлгән.

Яҙыусының ағаһы Баймаҡ районында эшләй

1928 йылда Ғатаулла Ильясов (Лотфуллин) һәм Фазулла Мөхәмәтйәнов Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенән Башҡорт республикаһының Йылайыр кантоны биләмәһенә күскән башҡорттар исемлегенә ингән. 1929 йылда Хәйбулла улысында Пугачев өйәҙенең Хәсән, Кинйәғол һәм Имеләй ауылдарынан күсеп килеүселәр ер эшкәртеү буйынса “Йәнгел” ширҡәте ойоштора, етәксеһе итеп Ғатаулла Ильясов (Һәҙиә Дәүләтшинаның бер туған ағаһы) һайлана. 1930 йылда ер эшкәртеү ширҡәте ағзалары Үҙән ауылына, хәҙерге Баймаҡ районы Урғаҙа ауылы ҡасабаһына күсеп ултыра. Ғатаулла Лотфуллин Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозында келәт мөдире булып эшләй, 1937 йылда репрессияға эләгә. Фазулла Ғәйзулла улы Мөхәмәтйәнов 1941 йылда фронтта һәләк була. Һәҙиә Дәүләтшина иһә 1933 йылдан алып 1935 йылға тиклем Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозы политбүлегенең “Орлоҡ фабригы” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

БАССР-ҙың Баймаҡ районы Баймырҙа ауыл советы Үҙән ауылының 1944–1948 йылдарҙағы хужалыҡ кенәгәһе документтарында телгә алынған ауылда Алмабикә Лотфуллина (Ғатаулла Лотфуллиндың (1906 йылғы) ҡатыны), уның балалары – Сибәғәт (1926 йылғы), Нәзифә (1929 йылғы), Миңзифа (1930 йылғы), Булат (1938 йылғы), Айһылыу (1941 йылғы), шулай уҡ Сәмсиә Мөхәмәтйәнова (Фазулла Мөхәмәтйәновтың (1905 йылғы) ҡатыны), балалары – Ярулла (1940 йылғы) һәм Миңһылыу (1942 йылғы) йәшәгәнлеге күрһәтелгән.

Әле лә бында уның туғандары йәшәй

Бөгөн Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында Һәҙиә Дәүләтшинаның туғандарының ейәндәре һәм бүләләре йәшәй. Билдәле башҡорт яҙыусыһы Һ.Л. Дәүләтшинаның шәжәрәһен өйрәнеү шуны күрһәтте:
1) Һәҙиә Дәүләтшинаның атаһы яҡлап ата-бабалары сығышы менән Ырымбур өлкәһе Верхнеурал өйәҙе 6-сы башҡорт кантоны Бөрйән улысынан (хәҙер Башҡорт­остан Республикаһының Баймаҡ районы).

2) Архив документтары буйынса, Һ.Л. Дәүләтшинаның ҡарт олатаһы Ҡарас Бикбаев – Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Буранбай ауылына нигеҙ һалыусы­ларҙың береһе. Әле ауыл халҡы араһында шул нәҫелде дауам итеүселәр йәшәй.
3) Ревизия мәғлүмәттәрен өйрәнеү Һ.Л. Дәүләтшинаның ҡарт олатаһы Ҡарамырҙа Ҡарасовтың Буранбай ауылына нигеҙ һалған Буранбай Ҡотдосов һәм Бәхтегәрәй ауылы йорт старшинаһы Әзебай Кинйәбулатов менән яҡын туғанлығын күрһәтте, уларҙың уртаҡ ата-бабалары – Һөйөндөк (Бөрйән волосы старшинаһы Әлекаш Һөйөндөковтың атаһы һәм Кинйәбулат ауылына нигеҙ һалған Кинйәбулат Әлекашевтың олатаһы).

4) Архив документтарында Һ.Л. Дәүләтшинаның ҡарт олатаһының Волга аръяғы далаларына күсеү ваҡыты, шулай уҡ бер быуаттан һуң уның вариҫтарының ата-бабалары төйәгенә ҡайтыуы теркәлгән.

5) Хәсән ауылы собор мәсете метрика яҙмаларын өйрәнеү яңы тыуған балаларға үлгән туғандарының исемен ҡушыу йолаһы барлығын күрһәтте.

6) Мәғлүмәттәр Һ.Л. Дәүләтшинаның атаһы яғынан туғандары – Ғатаулла Лотфулла улы Ильясовтың һәм Ғизәтулла (Ғәйзулла) Ильяс улы Мөхәмәтйәновтың ейәндәре, бүләләре, тыуалары бөгөн Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында йәшәүен күрһәтте.

7) Билдәле башҡорт яҙыусыһы, “Ырғыҙ” романы авторы Һ.Л. Дәүләтшина – Бөрйән ырыуы Ямаш араһы башҡорттарының сағыу вәкиле.


Автор: Марсель МАННАПОВ, тарих фәндәре кандидаты
https://bash.rbsmi.ru/articles/sh-khest-r/-i-d-l-tshinany-tamyr-ary-bayma-tanmy-/
Читайте нас