– Янғын тоҡанған саҡта йортта алты кеше булған: дүрт йәшлек бала менән әсә, дүрт йәш кеше. Янғынды иҫкәртеү ҡулайламаһының эшләүе арҡаһында ғына улар өйҙән сығып ҡотола, – тип белдерәләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡорбандар булмаһа ла, 18 йәшлек егет тәҙрә аша сыҡҡанда йәрәхәттәр алған, әле ул үҙәк район дауаханаһында.
Әйткәндәй, янғын иҫкәртеү ҡулайламаһын күп балалы ғаиләгә 2018 йылда ҡуйған булғандар. Мәғлүм булыуынса, бындай ҡорамалдар күп кенә ғаиләләрҙе бәхетһеҙ осраҡтан аяп алып ҡалды.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтынан.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/g-r-ul-bulma-a--s-men-n-bala-yanip-ler-ine-206390/