– Өмөт һәр саҡ бар – шуны онотмағыҙ. Илап-һыҡтап һәм ғәйеплене эҙләп кенә балаға ярҙам итеү мөмкин түгел. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, үҙегеҙҙе ҡулға алып, медицина тикшереүҙәре үтергә, дауалауҙа төрлө алымдарҙы ҡулланып ҡарарға саҡырам.
Тағы ла иң мөһим ғәмәлдәрҙең береһе – баланы ғаиләлә нисек бар, шулай ҡабул итергә тырышығыҙ, уның уҡыуға ынтылышын, яңы ғәмәлдәрҙе өйрәнеүгә һәләтлелек кимәлен асыҡлағыҙ. Мәҫәлән, ябай ғына эш: ҡалаҡ тоторға өйрәтеү. Һау бала өсөн был бөтөнләй ҡатмарлы булмаһа, аутист өсөн ҙур проблема тыуҙырыуы ихтимал. Ипләп кенә, уйын формаһында күрһәтеп, ҡалаҡ тотоп ашарға өйрәтеү, был ғәмәл өсөн күпме ваҡыт сарыфланғанын теркәп ҡуйыу фарыз.
Баланы нимәгәлер өйрәтеү өсөн ҡул аҫтындағы әйберҙәр ҙә ярай. Уйынсыҡтарҙы, шөғөлләнеү өсөн кәрәкле нәмәләрҙе беҙ, мәҫәлән, үҙебеҙ яһайбыҙ. Фантазия етмәһә, интернетта алымдар бихисап.
Ғаиләлә сирле бала бар икән, ул, һис шикһеҙ, ваҡытты, иғтибарҙы, көстө үҙенә күберәк талап итә. Әммә был тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә барыбер ҡамасауламаҫҡа тейеш. Беҙ дуҫтар менән осрашырға, киноға, театрға йөрөргә, сәйәхәт итергә лә ваҡыт табабыҙ, балаларҙы ла үҙебеҙ менән алабыҙ. Икебеҙ ҙә эшләйбеҙ. Миңә ҡалһа, йәмғиәттә үҙ урынын табырға тырышҡан, әүҙем, ыңғай фекерле кешеләргә проблемаларҙы хәл итеү күпкә еңелерәк, шуға ла тормош арбаһынан төшөп ҡалырға теләмәйем. Һеҙгә лә кәңәшем шул, – тине Лена ханым.
Республика клиник психотерапия үҙәгенең табип-психотерапевы Татьяна Клих был сир хаҡында ошондай аңлатма бирҙе:
– Аутизм – мейе үҫешенең ҡатмарлы боҙолоуы, уның барышында социаль дезадаптация күҙәтелә, йәғни кешенең социаль мөхит шарттарына яраҡлашыу үҙенсәлеге өлөшләтә йәки тулыһынса юҡҡа сыға. Был тайпылыштарҙан яфаланғандар үҙ-ара социаль йоғонто яһау, коммуникация өлкәләрендә ҡыйынлыҡтар кисерә, шулай уҡ ҡыҙыҡһыныуҙарының, шөғөлдәренең даирәһе үтә тар һәм ҡабатланыусан була.
Фәнни тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, уларҙың барлыҡҡа килеүенең сәбәптәре төрлөсә булыуы ихтимал: генетик факторҙарҙан башлап тирә-яҡ мөхит шарттары ла мейе үҫешеүҙең иртә этаптарында тәьҫир итеүе ихтимал.
“Аутизм” диагнозын фәҡәт табип-психиатр ҡуя, ә психологтар һәм педагогтарҙың бурысы – балаларҙағы аутизмға шикте иртә осорҙа асыҡлау. Йыш ҡына аутистик спектрҙың боҙолоуы бик һуң – бала мәктәпкә барыр алдынан ғына асыҡлана.
Тикшерә башлағас, ата-әсәләрҙең баланың үҙ-үҙен тотошондағы үҙенсәлектәрҙе күптән күргәне-белгәне, әммә белгестәргә мөрәжәғәт итмәгәнлеге асыҡлана. Һөҙөмтәлә ҡиммәтле ваҡыт үтеп китә, симптоматика нығына, көсәйә башлай.
Аутизм осрағындағы терапияның һәм реабилитацияның төп маҡсаты – балаларҙың, үҫмерҙәрҙең, ололарҙың дөйөм үҫеше, сирҙең ауыр яҡтарын еңеләйтеү, үҙ-ара социаль тәьҫирҙе камиллаштырыу, когнитив тайпылыштарҙы (хәтер насарайыу, аҡыл эшмәкәрлегенең түбәнәйеүе) кәметеү тора. Был комплекслы дауалау ярҙамында тормошҡа ашырыла: дарыу терапияһы, дефектологик, психологик, педагогик, нейропсихологик коррекция, пациент һәм уның ғаиләһе менән психотерапевтик социаль эш.
Аутистик спектрҙың боҙолоуына дусар баланы уңышлы социалләштереү өсөн адекват белем алыу төп һәм мөһим шарттарҙың береһе булып тора. Бының өсөн махсус (коррекцион) белем биреү учреждениеларын, кластарҙы, интеграциялы (һау балалар менән ҡатнаш; инклюзив) белем биргән төркөмдәрҙе һаҡлау һәм камиллаштырыу зарур.
Аутистик спектрҙың боҙолоуының формаларына ҡарап, киләсәкте күҙаллау ҙа төрлөсә. Дөйөм алғанда, ваҡытында ҡуйылған клиник диагноз, психофармакотерапия алымдарын ҡуллана башлау, реабилитация үткәреү яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә. Аутистик спектрҙың боҙолоуы асыҡланғандарҙың 70 процентында терапиянан һуң тотороҡло ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә, сирлеләрҙең 10 проценты тулыһынса һауыға.
Фото:
vladtime.ru