Новости
6 Апрель 2020, 13:04

Төп шарт – тәүге самолет менән өйгә!

Мәғлүм булыуынса, март аҙағында уҡ Рәсәй һәм сит илдәр араһындағы авиаосоштар туҡтатылып, сит төбәктә ҡалған яҡташтарыбыҙҙы ҡайтарыу өсөн махсус чартер рейстары теҙмәһе төҙөлгәйне. Улар 4 апрель төнөнә тиклем осто, унан һуң барлыҡ осоштар тулыһынса туҡтатылды. Мәгәр, был туристар проблемаһын хәл итмәне: сит илдәрҙә һаман да байтаҡ яҡташтар ҡала.

Әммә ил Хөкүмәте уларҙы проблемалар менән күҙмә-күҙ ҡалдырырға йыйынмай: ҡайта алмағандарға социаль ярҙам күрһәтелә башлаясаҡ.
Өлкәндәргә матди ярҙам күләме тәүлегенә – 2400 һум, 14 йәшкә тиклем балаларға — 1600 һум. Документ менән Рәсәй Хөкүмәтенең рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Ярҙам алыр өсөн Рәсәй гражданы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында электрон ғариза ҡалдырырға тейеш. Мәғлүмәтте тикшергәндән һуң, махсус комиссия ҡарар ҡабул итә һәм аҡса 24 сәғәт эсендә сит илдә ҡалған граждандың иҫәбенә күсә.
Ғаризаның төп шарты: гражданин тыуған яғына теләһә ҡайһы Рәсәй авиакомпанияһының рейсы менән ҡайтырға тейәш. Баш тартҡан осраҡта гражданға социаль ярҙам күрһәтелмәйәсәк.
Әйтергә кәрәк, республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Салауат Нафиҡов белдереүенсә, сит илдәрҙә Башҡортостан граждандарының да күп икәнлеге мәғлүм. Әлеге ваҡытта уларҙың һаны өс йөҙ тирәһе. Улар араһында балалар ҙа бар.
Салауат Нафиҡов уларҙың күпселеге менән бәйләнештә булыуҙарын, килеп тыуған хәлдән ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләүҙәрен белдерҙе. “Балалы ғаиләләргә шәхсән яҙып, хәл белеп торам”, - тигәйне ул. Нисек кенә булмаһын, уларға карантин бөткәнен һәм алып ҡайтыу өсөн махсус рейс ойошторғандарын көтөргә тура киләсәк.
Фото: retina.news.mail.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/T-p-shart--t-ge-samolet-men-n-yg-204015/
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас