Новости
6 Апрель 2020, 12:35

Сүп-сар ташыу, юл ремонтлау нисек бара?

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев видеоконференция элемтәһе тәртибендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге проблемаларҙы хәл итеү буйынса аҙналыҡ кәңәшмә үткәрҙе.

Унда төбәк операторҙарының, алдан раҫланған графиктарға ярашлы, сүп-сарҙы ситкә ташыуға әҙерлек дәрәжәһе, уларҙы шәхси һаҡлыҡ һәм дезинфекция саралары менән тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде.
– Ғәмәлдәге хәлгә ҡарамаҫтан, эште раҫланған тәртиптә дауам итергә кәрәк. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш иткән кешеләрҙең тейешле һаҡлыҡ саралары менән тәьмин ителеүе мөһим. Шул уҡ ваҡытта хәл-шарттар башҡарылған ғәмәлдәрҙең сифатына йоғонто яһамаҫҡа тейеш, – тине беренсе вице-премьер Андрей Назаров.
Үҙизоляция осоронда “Инцидент” системаһына сүп-сарҙы ташыуға ҡағылышлы мөрәжәғәттәр байтаҡҡа артҡан. Кәңәшмә барышында муниципалитет етәкселәренә һәм төбәк операторҙарына ҡалдыҡтарҙы өҙлөкһөҙ ташыуҙы тәьмин итергә ҡушылды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы төбәк операторҙарына “Юғары әҙерлек” осоронда эште ойоштороу йәһәтенән тәҡдимдәр ебәрҙе.
Республикалағы контейнер майҙансыҡтарынан коммуналь ҡалдыҡтарҙы ташыу осраҡтарын фотоға төшөрөп, “RM: контейнер майҙансыҡтары” мониторинг системаһында теркәү һөҙөмтәһендә хәл яҡшы яҡҡа үҙгәргән.
Хөкүмәттә үткән икенсе ултырыш юлды төҙөкләндереүгә арналды. Әле соҡорҙарҙы һанлаштырыу, һауа шарттары мөмкинлек биргән биләмәләрҙә юл ремонтлау бара. Күмертау менән Межгорье әле булһа был эшкә тотона алмай, сәбәбе – һауа шарттарының тотороҡһоҙлоғо.
Дөйөм алғанда, юлсылар 15 мартта төҙөкләндереү эшенә тотондо. Уларға асфальт-бетон заводтары ныҡлы ярҙам итә. Бөгөн 28 завод йәлеп ителгән, тиҙҙән уларҙың һаны 49-ға етәсәк, тип күҙаллана.
– 15 апрелгә төбәк юлдарындағы бөтә соҡорҙар һанлаштырылырға тейеш, – тине Андрей Назаров. – Ташҡынды ла күҙәтергә онотмағыҙ: ярҙарынан сыҡҡан йылғалар эргәһендәге юлдарҙа хәлдең бер-ике сәғәт эсендә үҙгәреүе ихтимал.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/S-p-sar-tashiu-yul-remontlau-nisek-bara-204568/
Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас