Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы буктрейлерҙар эшләй башлаған. “Өйҙә ултырған ваҡытты бергәләп китап уҡып үткәрергә тәҡдим итәм. Буктрейлер – китапты заманса күҙаллау, уның видеоформаттағы аннотацияһы. Ул тәү сиратта, әҫәрҙең сюжет һыҙығына, геройҙарына иғтибар йәлеп итерҙәй, ҡыҙыҡлы реклама булырға, уны ҡарағас, кешелә китап уҡыу теләге уянырға тейеш”, - ти уҡытыусы.
Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы тәүге буктрейлеры өсөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесын һайлаған. Ижади эшен сағыу иллюстрациялар менән биҙәгән. “Ошо буктрейлерҙы ҡарап, бер генә уҡыусы “Дуҫ булайыҡ” повесын уҡып сыҡһа, мин маҡсатыма ирештем тигән һүҙ. Мәктәбебеҙҙә төрлө милләт балалары уҡыуын күҙ уңында тотоп, уны башҡорт һәм рус телдәрендә эшләнем. Тимәк, уҡыусылар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ уны ҡарап, аңлаясаҡ. Башҡорт теле йылында, минеңсә, бындай буктрейлерҙарҙы күберәк төҙөргә кәрәк”, - ти Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы.
Фото: Г. Солтанованың шәхси архивынан.