Новости
6 Апрель 2020, 12:53

Башҡаса сара булмаһа ғына

Үҙаллы изоляция режимын үтәмәгән кешеләргә ҙур штрафтар һалыныуын беләбеҙ. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында был турала һүҙ булды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров штрафты тик сикке сара булараҡ ҡына ҡулланырға саҡырҙы.

- Тағы бер тапҡыр республика халҡына режимды тотҡан өсөн рәхмәт әйтәм. Был беҙгә ауыр осорҙо еңелерәк үтергә мөмкинлек бирә. Яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн беҙҙең вәкәләттәр киң, тик беҙ уны бик файҙаланмаҫҡа булдыҡ. Ни бары сикке сара булараҡ ҡына. Әгәр күрәләтә тыңламайҙар, үҙҙәрен насар тотҡандарға ғына ҡағыласаҡ, - тине Радий Хәбиров.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, дүрт миллионлыҡ халыҡ араһында ни бары 35 протокол төҙөлгән. Шул уҡ ваҡытта 645 иҫкәртеү һөйләшеүе үткәрелгән.
- Беҙ кешегә аңлатыу яҡлы. Беҙҙең халыҡ яуаплы һәм аңлы. Шуға ошоно дауам итәйек, - тине ул.
Фото: yandex.com
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Bash-asa-sara-bulma-a-ina-204417/
Читайте нас