Борсолған туғандары тәүҙә полицияға, аҙаҡ ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткән. Тик ошоға тиклем уның тураһында бер ни ҙә билдәле түгел. Әйткәндәй, ирҙең хәтерен юғалтыуы ихтимал.
Социаль селтәрҙәрҙә Илшат һуңғы тапҡыр 9 мартта 10.40 сәғәттә булған. Шунан бирле “Бәйләнештә”гә инмәгән.
Уның билдәләре: буйы 170-175 см, ябыҡ, сәстәре ҡара, күҙе көрән. Сығып киткән көндә ҡара-зәңгәр куртка, ҡара-зәңгәр классик джинсы салбар һәм ҡара кроссовки кейгән булған.
Әгәр һеҙ уның ҡайҙалығын белһәгеҙ, полицияға хәбәр итергә йәки 8 (800) 700-54-52 телефоны буйынса ирекмәндәргә шылтыратырға кәрәк.