Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
5 Апрель 2020, 16:25
Өс кеше йүнәлеп сыҡҡан
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта һуңғы яңылыҡтар билдәле булды.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың сығышынан күренеүенсә, бөгөн 13.00 сәғәткә республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләгән 10 кеше теркәлгән, 89 кеше ошо вирусты йоҡтороу шиге менән дауаханала ята, шул иҫәптән 12 бала.
31 мартта тәүге кеше һауығып сыҡҡайны, унан уға тағы икәү өҫтәлде: шулай итеп, дауаханала ете кеше ҡала. Уларҙың барыһы ла үҙҙәрен яҡшы тоя.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Мария Скотарева әйтеүенсә, әлеге ваҡытҡа коронавирус инфекцияһына республикала 8475 тикшереү үткәрелгән, шул иҫәптән киҫкен респиратор инфекция билдәләре менән – 850, пневмония менән – 800.
Донъяла коронавирус йоҡторғандар һаны 1 276 869 кешенән ашҡан. Рәсәйҙә ауырығандар – 4871. 333 кеше һауыҡҡан, 43 кеше вафат булған.
Фото: rbk.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/s-keshe-y-n-lep-si-an-202964/
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"