Билдәле булыуынса, ҡатын 20 ғинуарҙа 350 мең һум аҡса алып сығып китә. Унан алда һөйгәне менән талаша. Ғөмүмән, юғалыр алдынан Наталья уйламаған ҡылыҡтарҙы күп ҡыла: бер нисә кредит юллай, ҡиммәтле машина һатып ала, балаһын элекке иренә ташлап китә. Туғандары уны сит илгә сығып киткәндер тип уйлай, сөнки юғалған көнөндә ҡатын үҙе менән сит ил паспортын алған була.
Тик бына кисә ирекмәндәрҙән күңелһеҙ яңылыҡ килде: Натальяны үлгән килеш тапҡандар. Нимә булған, ҡайҙан тапҡандар, был турала мәғлүмәт юҡ әлегә.
Ҡатындың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ!
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Natalyani-k---en-gen-tap-andar-201526/