Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кәңәшмәне министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре менән үткәрә.
Видеоконференция режимында ҡала-райондар хакимиәттәре башлыҡтары менән республикала коронавирус инфекцияһын таратмау саралары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм юл-транспорт комплексындағы хәлдәр ҡараласаҡ.
Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар яҙғы сәсеү эштәре башланыуы, ихата биләмәләрен һәм подъездарҙы ремонтлауға, быйылғы ташҡынға әҙерлек торошо менән танышасаҡ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Koronavirus-ina-t-gel-201506/
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.