"Инде йәш тә 30-ҙан өҫтә. Ғаилә хаҡында уйлай башларға кәрәк. Тыуасаҡ балаларымды күргем килә", - тип хыялы менән уртаҡлашты Ришат бер радиолағы тура эфир ваҡытында.
Ришаттар өс бала үҫкән, үҙе лә шундай ишле ғаилә ҡорорға теләй. Әммә уның менән йәшәү ауыр буласағын, ҡатынының сәхнә кешеһе эшен аңларға тейешлеген билдәләй.
"Өйләнмәүемдең сәбәбе - гастролдәр. 22 йәшемдә үк тормош ҡороу мөмкинлегем бар ине. Әммә мин сәнғәтте һайланым, аяҡҡа баҫыу маҡсатын ҡуйҙым. Хәҙер хыялдарым әкренләп тормошҡа ашып бара. Әгәр үлеп ғашиҡ булһам, өйләнеү өсөн бер көн дә етә. Минең өсөн иң мөһиме ЗАГС түгел, ә никах", - тине Ришат тура эфирҙа.
Йырсы тыйнаҡ ҡыҙҙарға өҫтөнлөк биреүен дә билдәләне.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Bini--s-n-ber-k-n-d-et-202175/
Фото: Rsloboda-rt.ru