Эсеүгә әүәҫтәрҙе үҙ "кәсебе"нән илдәге әлеге ҡаты режим да туҡтатмауы ҙур борсоуға һала. Улар изоляция тәртибен һаҡламауы менән бергә эргә-тирәһендәгеләргә хәүеф тыуҙыра.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан уҙған тәүлектә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 1400-ҙән ашыу осрағы теркәлгән, эскән килеш рулгә ултырған 48 водитель туҡтатылған.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Bankomattan-a-sa-alip-tor-a-202196/