Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
3 Апрель 2020, 15:03
Парлы аҡҡоштар бейеүен күргәнегеҙ бармы?
Аҡҡош элек-электән башҡорт халҡында изге ҡош һаналған. Уны атырға ярамаған, итен ашау тыйылған. Халыҡта "аҡҡош ҡарғышы алма" тигән һүҙ ҙә йөрөй.
Ысынлап та, үҙҙәренең матурлығы һәм тоғролоғо менән аҡҡоштарға көнләшерлек. Парын юғалтҡан ҡош үҙ-үҙен үлтерә, ул яңғыҙ йәшәүҙе өнәмәй. Шуға күрә туй табынында йәштәргә теләк теләгәндә әйтелгән “аҡҡош кеүек парлы булығыҙ”, “аҡҡош тоғролоғо насип булһын” тигән һүҙҙәргә лә оло мәғәнә һалынған.
Быйыл аҡҡоштар беҙең яҡтарға бик иртә ҡайтты. Күрәһең, ҡыштың йылы булыуы, яҙҙың иртә килеүе лә ҡоштарға йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Тыуған яғын һағынып, талпынышып осоп ҡайтҡан торналарҙы, аҡҡоштарҙы, сыйырсыҡтарҙы күптәр фотоларға төшөрҙө. Ә бына Учалы районында йәшәгән гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы Миңзәлә Шөғәйепова изге ҡоштарҙың, парланышып, бер-береһенең тоғролоғона ант итеп, мөхәббәттәренә дан йырлап бейеүҙәренә шаһит булған.
Ҡоштарҙа ла мөхәббәт һаҡлана, улар ҙа бер-береһен ярата, яҡлай һәм һаҡлай алыуҙарын күреп көнләшерлек тә, һоҡланырлыҡ та видеояҙма. Уны һеҙгә лә ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.
Фото: zen.yandex.ru
Видео авторы - Миңзәлә Шөғәйепова.
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Parli-a-oshtar-beye-en-k-rg-nege-barmi-200831/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"