Бәшмәктәрҙең селтәр-епселдәре гиф тип атала. Иң хикмәтлеһе шул: улар тамырҙы тупраҡтан алынған азот, калий, микроэлементтар, айырыуса ауыр табыла торған фосфор менән тәьмин итә башлай.
Был тылсымлы бәшмәктәр үҫемлектәр өсөн ысын мәғәнәһендә туҡландырыусы һанала, ә сәләмәт, туҡ үҫемлектәр үҙ сиратында бәшмәктәрҙе углеводтар, йәғни уларға ныҡ кәрәкле шәкәрҙәр, менән туйындыра.
Үҫемлектәр ҡояш фотосинтезы, углекислы газ һәм һыу ярҙамында ҡиммәтле глюкоза хасил итә һәм үҙен туҡландырып торған бәшмәктәр менән уртаҡлаша. Глюкоза бөтә тереклеккә йәшәү ҡеүәте бирә.
Хәҙерге ауыл хужалығы ерҙәре ағыулы химикаттар менән бысранған, ә изгелекле микориза бәшмәктәре йә юҡ ителгән, йә көсһөҙләнгән. Беҙ кеше ҡулы теймәгән төбәктәргә бер нисә сәйәхәт ойошторҙоҡ. Күркәм Рәсәйебеҙҙә ундай ерҙәр күп.
Беҙ тәбиғи “Кормилица Микориза” биопрепараты менән культуралы үҫемлектәргә тәжрибә үткәрә башлағас, уның һөҙөмтәһен күреп, таң ҡалдыҡ. Мәҫәлән, 47-се көнгә помидор үрсеме мыйыҡтарының ауырлығы 75 процентҡа артты. “Кормилица Микориза”лы һабаҡтар – 45 процентҡа, тамырҙар 46 процентҡа оҙонораҡ булып үҫте. Быға бер квадрат метр ергә ни бары алты грамм “Кормилица Микориза” өҫтәп өлгәшелде! Ә 110-сы көнгә биопрепарат ҡулланылған томаттарҙа сәскәле ботаҡтар 90 процентҡа күберәк булды, емештәре лә күренде, ә унһыҙ өйкөмдә ни бары емшәндәр генә бар ине әле. Һөҙөмтәлә томаттың уңышы 1,5-2 тапҡырға артты, бер үҫемлектән 20–40 процентҡа күберәк уңыш алынды, помидорҙар бик эре – ҡәҙимгенән ике тапҡыр ауырыраҡ булды.