Новости
1 Апрель 2020, 08:24

Ләпәкәйҙән нисек ҡотолорға?

Беҙҙең әүҙем уҡыусыбыҙ, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Лилиә Нуретдинова беҙгә сираттағы кәңәштәрен ебәргән. Был юлы ул күп баҡсасыларҙы һәм бүлмә үҫемлектәре үҫтереүселәрҙе йонсотҡан һуҡыр себендәрҙән – ләпәкәйҙәрҙән ҡотолоу юлдарын өйрәтә.


– Баҡсасылар тәҙрә төптәренә үҫентеләрҙе күптән ултыртты ла инде. Тик улар үҫкән осорҙа өйҙә төрлө ләпәкәйҙәр ҙә оса башлай. Улар тәү сиратта еүеш ерҙе ярата. Тап ошондай ерҙә йомортҡа һалалар. Бынан тыш, ашламаға бай ерҙе үҙ итәләр.

Тағы ла шуны билдәләп китергә кәрәк: күпселек осраҡта беҙ магазиндан уҡ был ләпәкәйҙәр менән зарарланған ер һатып алабыҙ. Шуға белгестәр ерҙе марганцовка өҫтәлгән һыу менән эшкәртеп, йә мейестә тотоп алырға кәңәш итә.

Ләпәкәйҙәрҙең төрлөһө була. Сәскәләрҙә ағы йышыраҡ оса. Уларҙың ҡарышлауыҡтары үҫемлектәрҙең тамырҙарына зыян килтерә.

“Сцарид” тип аталған ҡара ләпәкәйҙәрҙе сәскә төбөндә йыш күрергә мөмкин. Уларҙың да ҡарышлауыҡтары үҫемлек тамырына зыян килтерә. Ләпәкәйҙәр күбәйеп китһә, ерҙең сифаты ла насарая, һауа йөрөмәй башлай.
Аҡ ләпәкәйҙәр бегония, фуксия һәм башҡа төрлө йомшаҡ япраҡлы сәскәләрҙе үҙ итә. Ә бына ҡаралары фикус, азалия, фиалка кеүектәрен.
Ҡотолоу өсөн тәү сиратта һыу ҡойоуҙы сикләгеҙ. Үҫентеләрҙең тамырын еүешләтеп кенә, 2-3 сантиметр тәрәнлектә генә ҡойорға мөмкин. Ләпәкәйҙәрҙең ҡарышлауыҡтары ҡоролоҡта тиҙ һәләк була. Ер ҡороп китһә, һыу һибер алдынан махсус таяҡ менән уны йомшартып алығыҙ.

Һыуҙың сифаты ла йоғонто яһай. Крандан алынғанды ҡоймағыҙ. Уны кәм тигәндә бер тәүлек тотоп алырға кәрәк. Йәшелсә, йомортҡа бешергәндән һуң ҡалған һыу үҫемлектәргә һис шикһеҙ файҙалы. Әммә, ләпәкәйҙәр булған осраҡта, был алымдан баш тартырға кәрәк, сөнки улар бындай һыуҙан туҡланыу өсөн аҙыҡ ала һәм шашып үрсейәсәк.

Ергә саҡ ҡына марганцовка өҫтәлгән һыу һибегеҙ. Сәскәләрҙең япрағын магазинда һатылған махсус “йәшел һабын” тип аталған шыйыҡса менән йыуығыҙ.

Үҫемлектәргә туралған һарымһаҡ һыуы һиптерегеҙ. Бының өсөн өс һарымһаҡ тырнағын бер литр һыуға һалып, дүрт көн тоторға кәрәк.

Химия ҡулланырға ҡарар итһәгеҙ дихлофос, йә “Мухоед”, “Интафир”, “Актара”, “Фитоспорин” кеүек препараттар ярҙамға килер. Эшкәртер алдынан мотлаҡ инструкцияһы менән танышырға кәрәк. Балалар һәм хайуандарҙы бүлмәнән сығарығыҙ.

Әгәр химия ҡулланырға теләмәһәгеҙ, ерҙең өҫкө ҡатламын алырға кәрәк. Ләпәкәйҙәр өсөн махсус тоҙаҡтар ҡулланығыҙ.
Тәүге осорҙа көкөртлө яғы менән ергә тығылған шырпы ла ярҙам итә. Ерҙең өҫтөнә көл һибергә, магазиндан япраҡ тәмәкеһе оно, цитрустарҙың ҡабағын һалырға була.

Әгәр ләпәкәйҙәр күпләп үрсеп китһә, яңы ер һатып алып, үҫемлектәрҙе киренән күсереп ултыртырға тура киләсәк, - тип кәңәш бирә Лилиә Айҙар ҡыҙы.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/L-p-k-y-n-nisek-otolor-a-192346/
Фото: rastenievod.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас