Ирекмәндәр рәте тулылана башлаған, тип хәбәр итә Bash.News. Анна Исмәғилева хатта эшен ташлап, ирекмән булып киткән, үҙ машинаһына аҙыҡ-түлек тейәп, пенсионерҙарға фатир буйлап таратып йөрөй. Үҙе битлек һәм бирсәткәләр кейеп алған, хәүефһеҙлек саралары бик мөһим шул бөгөн.
Коронавирусты өлкәндәрҙең ауыр үткәргәне билдәле, шуға күрә урамға сығып йөрөмәй, бөтә һорауҙар менән туғандарға йәки ирекмәндәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Анна Исмәғилева - республикала үҙ машинаһында түләүһеҙ эшләгән ирекмәндәрҙәең беренсеһе. Ярҙам һораусылар "ҡыҙыу бәйләнеш"кә шылтырата, ирекмәндәр колл-үҙәк биргән исемлек буйынса фатир буйлап йөрөй. Иң мөһиме, бөтә санитария нормаларын һаҡлайҙар, ишек тупһаһынан ары үтмәйҙәр.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Eshen-tashlap-irekm-n-bulip-kitk-n-188384/