“Арҡайым янындағы Ирәндек тауы һыртына йыш йөрөйөм. Бында артыш үҫә, йыуа ла иң тәүгеләрҙән булып сыға. Кисә лә тәбиғәткә сығып әйләндем, вирусҡа ҡаршы торор үҙебеҙҙә үҫкән йыуа өҙҙөм, яҙҙың тәүге сәскәләренә ҡарап һоҡландым. Тәбиғәттең яҙ һулышын тойоу, уны яҡындан аңлау күңелде күтәрҙе, дәрт һәм ышаныс уятты. Илгә ниндәй генә афәт килмәһен, уны тәбиғәт дауалай, имләй. Кешелек тик уны ни өсөндөр аңларға ғына теләмәй”, - тип яуап бирҙе һорауҙарыма Зилә ханым.
Ысынлап та, бөтә донъяны коронавирус пандемияһы баҫып барғанда, тәбиғәттең уяныуы, үҙенең матурлығы һәм мөғжизәләре менән һөйөндөрөүе ғәжәп күренеш. Халыҡта ла бит “йәшел үләнгә аяҡ баҫтыҡ, бирешмәҫбеҙ” тигән һүҙ бар, умырзая баш ҡалҡыта, йыуа сыға, йәшел үлән күренә башлаған икән, тимәк, йәшәү дауам итә, вирустар сигенә.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Ar-ayimda-umirzaya-s-sk-at-an-195695/
Фото: Зилә Рәжәпованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.