Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
31 Март 2020, 07:13
Telegram селтәрендә махсус чат асылды
Уҙған аҙнала бөтә донъялағы коронавирус пандемияһына бәйле көрсөккә ҡаршы штаб төҙөлгәйне. Ойошма бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителеү арҡаһында тышҡы сауҙа сылбыры өҙөлөү һөҙөмтәһендә тыуған проблемаларҙы хәл итеү менән шөғөлләнәсәк.
Мәғлүм булыуынса, “Рәсәй экспорт үҙәге”нең сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә илдәге экспортлаусыларҙан ҡабул ителгән тәҡдимдәрҙе һәм проблемалы һорауҙарҙы теркәү бүлеге булдырылды, “ҡыҙыу элемтә” эшләй. Һәр мәсьәләне шәхси тәртиптә йылдам ҡараясаҡтар.
Бынан тыш, ошо көндәрҙә Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты, Ауыл хужалығы министрлығы, Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы һәм башҡа дәүләт власы органдары менән берлектә пандемия шарттарында кисектергеһеҙ мәсьәләләрҙе йылдам хәл итеү өсөн Telegram селтәрендә махсус чат асты. Был Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Telegram-selt-rend-mahsus-chat-asildi-192063/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"