Быйыл ҡоштар бик иртәләгән. Йылы яҙҙы тойоп, берҙәм рәттәргә теҙелеп, тыуған яҡтарына ҡайтып та төшкәндәр. Уларҙы коронавирус та ҡурҡытмаған, ҡыйыуҙар... Татьяна әйтеүенсә, ҡоштар бынан ун көн элек үк ҡайтҡан. Ғалимдар әйтеүенсә, һүҙ һоро селәндәр тураһында бара. Улар нимә бар, шуның менән туҡлана, әрһеҙҙәр... Бөжәктәр ҙә, балыҡтар ҙа улар өсөн бына тигән аҙыҡ.