Улар “Рәсәй Үҙәк банкының ялған банк билеттарын һаҡлау һәм әйләнешкә сығарыу” статьяһы буйынса ғәйепләнә.
Суд асыҡлауынса, 2019 йылдың февраль айында 20-шәр йәшлек ике егет интернет аша 12 дана биш меңлек купюраға эйә була. Егеттәр ошо “аҡса”ны түләп, кафела иркенләп туҡлана һәм магазиндарҙа үҙҙәренә кәрәкле тауар һатып ала. Шулай, бөтәһе һигеҙ ялған банкнотаны ҡулланып өлгөрәләр.
Сауҙа үҙәктәренең береһендә урынлаштырылған видеокамера арҡаһында енәйәтселәр тиҙ тотола. Улар ғәйебен тулыһынса таный. Суд еңел юл менән байырға теләүселәрҙе өс йылға рәшәткә артына оҙатты.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Internettan-a-sa-alip-192820/